Үле йәндәргә күпме түләргә була?

Тулыраҡ: Үле йәндәргә күпме түләргә була?

Евстолия Петровнаның ире вафат булғандан һуң үгәй балалары фатирҙың алтынан бер өлөшөн алалар. Улдары быға ризаһыҙлыҡ белдереп, фатирҙы бүләк итеп рәсмиләштереүҙе һорай. Хужабикә ҡаршы булғас, янауға күсә. Ошо һөйләшеүҙән һуң Евстолия Петровнаға бик оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыға. Аяҡтарын ампутациялайҙар. Йортона ҡайтҡанда торлаҡ өсөн бурыстар хужабикәне аптырауға һала. Үҙенән тыш квитанцияла таныш түгел фамилияны күргәс бөтөнләй хафалана. Эштең ниҙә икәнен асыҡлау өсөн төрлө ергә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Бөтөнләй таныш булмаған кеше өсөн ике йыл түләп йәшәй торғас, бер көн Субботиндың туңып үлеүе хаҡында мәғлүм була. Тик хәҙер ир кешенең үлеме тураһында Евстолия Таранға таныҡлыҡ бирмәйҙәр. Бының өсөн вафат булыусы менән туғанлыҡ булырға тейеш, тип аңлаталар загс органдарында.

Өфө ҡалаһының махсус ЗАГС бүлегенән белдереүҙәренсә, Субботинды даими теркәлеү урынынан сығарыу өсөн бары тик бер-нисә документ ҡына талап ителә.Ғәзизә Ризуан ҡыҙы аңлатыуынса, Евстолия Таранға махсус документтарын туплап Өфө ҡалаһының махсус ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Андрей Субботиндың үлеүе тураһында таныҡлыҡ алғас, был ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеп буласаҡ тип ышандыралар ЗАГСда.