Яҙғы ташҡында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған райондарҙа ерҙе ҡалҡытыу эштәре бара. Козарес һәм Альбатрос баҡсасылар ширҡәттәре араһындағы юлды ла ҡотҡарыусылар күҙәтеү аҫтына алған. Ағиҙел ҡултығында һыу кимәле артыу сәбәпле ҡар һыуҙары ағып сыҡҡан. Синоптиктар йылғаның 8 метрға тиклем күтәрелеүен фаразлағайны.
300 метрлыҡ ер өйөмө һыуҙы йорттарға яҡын килтертмәҫкә тейеш. Шулай уҡ, ҡотҡарыусылар урындағы халыҡ менән иҫкәртеү эштәрен алып бара. Яҙғы ташҡын мәлендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре яғылған ҡағыҙҙарҙы һәр йортҡа таратып сығалар. Ғөмүмән, быйыл 250 тораҡ пункт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар тѳркѳмѳ тѳҙѳлгән, 12 мең хеҙмәткәр, шулай уҡ 3 меңдән ашыу техника әҙерләнгән.