3-7 йәштәге балалар өсөн айлыҡ пособиеға кемдәр дәғеүә итә?

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиены алыу өсөн Башҡортостанда 1 июндән ғаризалар ҡабул ителә башлай. Был дәүләт ярҙамына төбәктән 60 меңдән ашыу бәләкәс дәғеүә итә.

Дүрт йәшлек Варвара ла хәҙер каникулда. Балалар баҡсаһы эшләмәгән арала ул көндәрен һеңлеһе һәм әсәһе менән өйҙә үткәрә. Инде бер йыл декрет ялындамын, ти Дарья Гришина. Ғаиләнең төп килеме – тормош иптәшенең эш хаҡы. Тиҙҙән өлкән ҡыҙҙарына  түләнә башланасаҡ айлыҡ пособие улар өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ  пособиены бер кешегә  килемдәре  йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр юллай ала.

Әминевтар ғаиләһе шундайҙар рәтенән. Регина кибеттә эшләй, ғаилә башлығы Вадим туризм өлкәһендә. Үҙизоляция режимы уның эшенә йоғонтоһоҙ ҡалмаясаҡ. Шуға күрә лә ниндәй генә булһа ла өҫтәлмә килемде ғаилә ҡыуанып ҡабул итә. Яңы дәүләт ярҙамы тураһында улар ишетеү менән кәрәкле документтарын әҙерләп ҡуйған.

Балаларға яңы пособие тураһында Владимир Путин ғинуар айында Федераль йыйылышҡа булған мөрәжәғәтендә иғлан иткәйне. Пособие 1 июлдән түләнә  башларға тейеш ине. Илдең үҙизоляция режимына күсеүе арҡаһында ғаиләләр уны бер айға алдараҡ ала башлаясаҡ. Төбәк өсөн уның күләме биш мең тирәһе.

Белгестәр билдәләүенсә, пособиены алыу өсөн мохтаж булыуҙы иҫбатлау кәрәкмәй. Талап ителгән документтар, килем тураһындағы мәғлүмәттәр ведомство-ара бәйләнеш юлы менән туплана. Ата-әсәләргә тик ғариза тапшырыу ғына кәрәк. Уны Дәүләт хеҙмәте порталында,  халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул итәләр.

 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020