Коронавирус кешеләрҙе генә түгел, хайуандарҙы ла ҡатмарлы хәлдә ҡалдыра

Өфөләге вольерҙарҙың береһендә көн итеүсе януттарға килеүселәр булмағас, хужаларға ҡуртымға алынған бина өсөн түләргә лә, йәнлектәргә ашамлыҡ алыу өсөн дә аҡса етмәй. Уларға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Гриша һәм Белый ҡушаматлы януттар бер-береһе менән сөкөрҙәшкән төҫлө.

Уларға аралашыу бик мөһим. Әммә бер ай самаһы инде йәнлектәр янына берәү ҙә килмәй. Үҙ аллы изоляция башланғандан бирле януттарҙы хужабикәләре Жанна ғына ҡарай. Күңеллерәк булһын өсөн Тесса ҡушаматлы этен дә алып килә ул. Януттар яңы дүрт аяҡлы дуҫы менән рәхәтләнеп уйнай. Әлбиттә, эт шаярһа ла, ныҡлап тешләшкәне юҡ. Әйткәндәй, януттарҙың көсө эттәрҙекенән ҡалышмай. Әммә улар бер ҡасан да ысынлап талашмай, яҡын дуҫтарға әйләнделәр инде, ти Жанна. Януттар йомшаҡ күңелле хайуандарға оҡшаһа ла, бик көслөләр.

Ҡарауһыҙ ҡалдырыуың була, өйҙәге мебелде, ишектәрҙе, иҙәнде минут эсендә боҙоп ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға был йәнлектәрҙе ябай фатирҙа тотоу мөмкин түгел. Ә вольерҙа бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик арендаға айына 50 мең түләргә кәрәк. Ә кеше йөрөмәгәс, был сумманы йыйыу ҡыйынға төшә. Яҙын инә януттарҙы айырым аҫрайҙар. Һәр ҡайһыһының иркен ситлеге бар. Тик Гриша менән Белый үҙенең әхирәттәрен ныҡ һағына һәм уларҙың бүмәһендәге ишекте асырға маташа. Шуға йәнлектәр артынан һәр ваҡыт күҙәтеп торорға кәрәк. Локи ҡушаматлы янут та айырым йәшәй.

Уның тураһында беҙ былтыр һөйләгән инек. Был янутты Өфөләге бер балаға бүләк итеп биргәндәр, аҙаҡ ул һигеҙенсе ҡаттан ҡолап төшөп, артҡы аяҡтарын һындыған. Шул саҡта хужалар Локины вольерға алып килеп ҡалдырған. Хәҙер йәнлек йүнәлгән тиергә мөмкин, әммә барыбер башҡаларҙан ҡурҡа. Уның айырылғыһыҙ дуҫы — грек сәтләүеге генә. Әйткәндәй, януттар теләһә нимә менән туҡлана ала. Тик ашамлыҡҡа ла аҡса етмәй. Шуға вольер хужалары үҙенсәлекле ысул уйлап тапҡан. Теләгән һәр кем вольерҙа тәрбиәләнеүселәргә мобиль банк аша аҡса күсерә ала.

Йыйылған суммаға алынған тәмлекәс менән йәнлектең һыйланғанын видеоға төшөрөп интернетҡа һалалар. Шунда уҡ ярҙам иткән кешене лә билдәләп үтәләр. Ошо рәүешле “Янутты һыйла” хеҙмәте был йәнлектәрҙе аслыҡтан ҡотҡарасаҡ.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика