Ҡалала мал һәм ҡош-ҡорт

Үҙизоляция режимында шәхси хужалыҡтары булғандарға буш ятырға тура килмәй. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе Ғәлиә һәм Ришат Саҡаевтар мал һәм ҡош-ҡорт үрсетә. Был бик һирәк күренеш. Ниндәй төр мал ҡарай ғаилә, ниндәй ҡоштарҙы тота? Киләһе репортаж йүнсел ғаилә тураһында.

Сакаевтарҙың Романов тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеүенә ике йыл. Шулай  ҙа ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында улар һарыҡтарҙы тәрбиләләү серҙәренә төшөнөп, мал  һанын йылдам арттырыуға ирешкән. Һарыҡтарҙың тәүлек рационы  миҙгелгә лә бәйле. Ә һуғанды улар ҡасан да  яратып ашай, ә һау һарыҡтар йыш бәрәсләй. Романов тоҡомло һарыҡтарҙың үҙенсәлеге лә ошонда – улар йылына ике тапҡыр һәм игеҙ бәрәсләй. Иң кәмендә ике, йышыраҡ -  3-4 бәрәс тыуа бер инәнән.

Тәүге бәрәстәр февраль башында тыуған. Бәрәсләү ваҡытын Ғәлиә шаяртып  балалар баҡсаһы менән тиңләй. Тәкәләр көндөҙ урамда тора. Һарыҡтар ваҡланмаһын өсөн хужалар тоҡом тәкәһен йыл һайын яңырта. Уны алып ҡайтыу яҡынса 12-16 меңгә төшә.

Йорт ҡуяндары менән дә шул уҡ хәл – ата ҡуянды йыш алмаштырғанда тоҡом эре була, ти Ғәлиә. Хужабикәнең ҡош-ҡортҡа ла ҡулы ҡотло. Рәсәй селекционерҙары сығарған был тоҡом тауыҡтар йыл әйләнәһенә һәм  көн дә йомортҡа һалыуы менән билдәле. Камера күреп борсола башлаған әтәс, таныш тауышты ишетеп, хужаһының ҡосағына ингәс кенә тыныслана. Йорт ҡоштары тик йылы кәртәлә генә йомортҡа һала. Ғәлиәнең тормош иптәше Ришат елләтеү һәм йылытыу системаһын үҙе ҡороп ҡуйған. Мейес Ришаттың оҫтаханаһында урынлашҡан. Йорт йыһаздары эшләгәндән һуң ҡалдыҡ таҡталар мейескә оҙатыла бара.

Мебель эшләү менән Ришат  Сакаев күптән шөғөлләнә. Мал үрсетеү хыялын ул  күңелендә йәш сағынан йөрөткән. Тағы ла бер кәртәлә Голланд тоҡомло ҡаҙҙар йомортҡа һала башлаған. Уларҙы  шуға күрә самалап ҡына ашаталар. Һимергән  инә ҡаҙ йомортҡаны насар һала, ти хужабикә. Йорт ихатаһында тормош ҡайнап тора. Яҙ етеүгә ҡош-ҡорт һаны тағы ла артасаҡ. Йүнсел ғаилә киләсәктә йылҡы үрсетергә ниәтләй һәм күркә йомортҡаларының килеп етеүен көтә.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020