“Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны

 Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән ойошторолған марафонда Башҡортостан да ҡатнашты. Акцияның төп маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү.

9 май алдынан “Еңеү көнө” йырын Рәсәйҙең 14 төбәге үҙ дәүләт телдәрендә башҡарҙы. Был йыр һәр  кемгә яҡшы таныш. Уның тәүге ноталарынан уҡ йөрәк йышыраҡ тибә башлай, күҙгә йәш тығыла. “Еңеү көнө” йыры немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеп бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған  халыҡтың гимнына әйләнгән.

Йыр 1975 йылда Бөтә союз конкурсына төбәп яҙылған. Комиссия ағзалары уны бик ябай, тип таба һәм ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Әммә бер нисә айҙан һуң ул киң билдәлелек яулап, миллионлаған кешенең Еңеү йырына әйләнә.  Хәҙер ул башҡорт телендә лә яңғырай.

Композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған билдәле “Еңеү көнө” йырын Волга буйы федераль оругы төбәктәре вәкилдәре башҡорт, татар, мари, мордва, сыуаш, удмурт телдәрендә башҡара.  “Еңеү көнө” йырын Мордовия Республикаһында рус теленән тыш, эрзя һәм муҡша телдәрендә лә башҡарыла.

Артабан эстафетаны Марий Эл һәм Удмуртия ҡабул итә. Йырҙы йырлауҙан тыш, һәр видеороликта төбәктең Еңеүгә индергән өлөшө лә күрһәтелә. Ижади төркөмдәрҙең сығышы үҙизоляцияға тиклем февраль-март айҙарында уҡ яҙылған. Башҡортостанда видоролик март урталарында  төшөрөлгән.

Ул ваҡытта әле 50-гә  яҡын кеше төркөмдәргә йыйыла ала ине.  Кадрҙа 45 йырсы һәм видеоға төшөрөүсе ижади төркөм. “Еңеү көнө” йырын яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова башҡортсаға тәржемә иткән. Оло яуаплы эш башҡарылды, ти ул.

Еңеү көнө йырын Өфө халыҡ хоры, шулай уҡ республиканың билдәле кешеләре – Башҡортостандың халыҡ артисы, милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич, алып барыусы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин башҡара.

2020 йыл икеләтә юбилей йылы – Еңеүгә 75 йыл һәм тап 45 йыл элек баритон Леонид Сметанников бөтә илгә “Еңеү көнө” йырын йырлаған.  Республика һәм төбәктәрҙең билдәле йырсылары һәм хорҙары башҡарыуында йыр төбәк телеканалдарында 8 майға тиклем күрһәтеләсәк һәм 9 майҙа йыр марафонында ҡатнашыусыларҙың бар ижади коллективтары башҡарыуында яңғыраясаҡ.

  Төрлө милләт халҡының үҙ телендә йырлаған йырын Башҡортостан 24 телеканалында көн һайын ҡарай алаһығыҙ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика