Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам

Короновирусҡа бәйле, әле күп кенә ойошмаларҙы финанс мәсьәләләре борсой. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте һәм төбәк властары эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын күрә. Был кафе пандемия булмаҫ элек халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Әле иһә, ҡағиҙә буйынса, өҫтәлдә бер йә ике генә кеше ултыра ала.

Кафе хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, халыҡ хәҙер теләгән ризыҡтарға өйҙәрендә ултырып заказ эшләй. Пандемия башланғас та, ойошма ябылмаҫ өсөн һәр бер тинде шутларға тура килә, ти кафе хужаһы. Әле коронавирусҡа бәйле, кесе һәм урта эшҡыуарҙарға һалым түләү кисектерелде.

Бындай ысул бизнесты һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур ярҙам, тип һанай ул. Ресторандар селтәре хужаһы Алексей Зәйнуллин хәҙер 15 процент урынына өс процент һалым түләй. Һалым хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, пандемия ваҡытында бигерәк тә туҡланыу, спорт, туризм, ҡунаҡхана ойошмалары зыян күргән.

Уның килеме кәмеү һәм башҡа шарттар иҫәпкә алына. Башҡортостан башлығы ҡарарына ярашлы изоляция ваҡытында эшмәкәрлегенә зыян килгән ҡайһы бер өлкә эшҡыуарҙарына һалым түләүҙә льготалар индерелә, йә ваҡыты кисектерелә. Төбәктә әле 9 мең ойошма һәм 30 мең шәхси эшҡыуар дәүләттән ошондай ярҙам алыуға хоҡуҡлы.

Ниндәй ярҙам алырға мөмкин икәнлеген һәм килеп сыҡҡан һорауҙарҙы налог.ру сайтында табырға мөмкин.Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы ишектәре ябыҡ, әммә ведомство ғәҙәти режимда эшләй. Һалым түләү буйынса һорауҙарҙы бокста ҡалдырырға мөмкин.

Хеҙмәткәрҙәр уны сәғәт һайын тикшереп тора һәм яуапты хат менән йә электрон почтаға ебәрә. Бынан тыш,  мәктәпкәсә белем биреү шәхси учреждениелар ҙа киҫкен хәлдә. Хужаларға ҡуртымға алынған урын һәм хеҙмәткәрҙәргә аҡса түләргә кәрәк. Шулай ҙа муниципалитет  балалар баҡсаһына пандемия ваҡытында урын өсөн ярты йылға аҡса түләүҙән азат иткән.

Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға, төрлө ойошмаларға дәүләттән ярҙам күрһәтеләсәк. Республикала иҡтисадты тергеҙеүгә 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика