Ярҙам итеү акцияһы дауам итә

Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам итеү акцияһы дауам итә. Битлектәр тегелә, аҙыҡ-түлек таратыла. Был изге эшкә көндән-көн күберәк кеше ҡушыла. 

Махсус костюмды бесеү – теүәллек талап итә. Тегеү өҫтәле артында оҫталар түгел, ә сүс-оптик техниктары булғанға күрә яуаплылыҡ  икеләтә арта. Пандемия башланыу менән эштәрҙе туҡтатырға тура килгәс,  улар һаҡланыу костюмдарын тегеүгә күсә. 
Махсус костюм өсөн туҡыма беселгәндән һуң, тегеүселәргә ебәрәлә. Күрше бинала битлектәр әҙерләнә.  Компанияла шулай уҡ пластик экрандар ҙа етештерә башлағандар, ул кешене тулыһынса һаҡлай ала, ти белгестәр. Тап бына ошондай костюмда сервис инженерҙары абоненттар янына бара. 

Үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен һаҡлау костюмдары менән тәъмин иткәс, башҡаларға ла пластик экрандар эшләргә ҡарар итәләр компанияла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеүҙән һуң, Уфанет табиптар өсөн дә 5 мең ВИЗОР эшләргә вәғәҙәләй. 
Эшҡыуарҙар пандемия арҡаһында  үҙҙәре ауыр хәлдә ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, мохтаждарға  ярҙам итеү юлын таба.

Үҙизоляцияға күсеү менән тауар әйләнеше кәмене, шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк, ти „Пышка„ кулинария селтәре етәксеһе.

Үҙизоляцияның икенсе айы дауам итеүгә ҡарамаҫтан, ирекмәндәр һаны кәмемәй. Пандемия кешелеклек сифатын тикшереү өсөн бер һынау булды, ти улар. 

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика