Парадҡа әҙерлек

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан хәрбиҙәр парадының репетицияһы үтте. Быйыл ул онлайн рәүештә барасаҡ. Бынан тыш, 9 май көнө Миңлеғәли Шайморатовтың юғары Дәүләт наградаһы “Алтын йондоҙ” миҙалы республиканың Милли музейына тапшыраласаҡ. Был тарихи ваҡиғаны халыҡ телевизор һәм интернет киңлектәренән күҙәтә ала. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә.

Ретро мотоциклдар һәм Совет осорондағы автомобилдәр. Был хәрби техникаларҙың барыһы ла 9 май, сара барышында күрһәтеләсәк. Һуғыш афәтен йәнләндереүсе техника Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын ҡаршы алырға йәлеп ителгән. Бөйөк Еңеү көнө быйыл халыҡ күңелендә, айырыуса, һаҡланып ҡалыр, тип көтөлә.

Миңлеғәли Шайморатовтың юғары наградаһын 9 май көнө Мәскәүҙән махсус рейс менән алып киләләр. Тантаналы сара «Өфө» аэропортының осоу-ултырыу һыҙатынан уҡ башлана. Парадта ҡатнашыусылар һаны сикле һәм уларҙың һәр береһе махсус битлектә ҡатнаша. 

“Алтын Йондоҙ” миҙалын Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡаршы аласаҡ. Билдәле булыуынса, Николай Злобин хеҙмәт иткән отряд Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Генерал-майорға Рәсәй Геройы исемен мәңгелләштереү тураһында  Указға Владимир Путин  быйыл март айында ҡул ҡуйғайны.

“Алтын Йондоҙ” миҙалы менән хәрби колонна Бөйөк Еңеү көнөндә башҡаланың үҙәк урамдарын үтеп сыҡҡас, Совет майҙанына юлланасаҡ. 1942-се йылдың март айында тап ошо урында халыҡ легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатҡан. Шуға ла көтөп алынған юғары награда ла тарихи урында Милли музейға тапшыраласаҡ. Ҙур сарала, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран һәм республика халҡы ҡатнашмай.

Сараны теләгән һәр кем онлайн рәүештә ҡарай аласаҡ. Тура эфир “Башҡортостан 24”, “Башҡорт юлдаш телевидениеһы”, “Вся Уфа” телеканалдарында һәм интернетта Ютуб каналында барасаҡ.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика