Үҙизоляция - ижад өсөн яҡшы!

Коронавирус менән килеп тыуған хәл Үлемһеҙ полк акцияһын ғына түгел, ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған башҡа проекттарҙы кисектереп торорға мәжбүр итә. Улар араһында үҙенсәлекле фотокүргәҙмә, бихисап концерттар һәм спектаклдәрҙең премьераһы бар. Әммә, үҙҡурсаланыу ижад менән шөғөлләнергә ҙур мөмкинлектәр бирә ти киләһе сюжет геройҙары.

Был фотоһүрәттәге документтар барыһы ла тиерлек, нисек тә булһа, Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙарҙың яҙмыштары менән бәйле. Күрһәтелгән материалдарҙа концлагер тотҡондарының шәхси эштәре лә бар. Анкеталарҙа русса яҙылған бер генә пункт.

Уларҙы әсирҙәрҙән үҙҙәренән яҙҙыртып алғандар – әсәһе тураһында мәғлүмәттәр. Атаһы һәм башҡа туғандары хаҡында немецтар ҡыҙыҡһынмаған да кеүек. Вячеслав Стрижевский. Фото төшөрөүсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Фотолар Бөйөк Еңеү көнөнә арналған күргәҙмәнең бер өлөшө генә булыр ине. Эштәр тупланмаһына заман фоторәссамдарҙың эштәре һәм элеке документтар инә. Шағир Назар Нәжмиҙең йөҙөндә һуғыш ғәләмәте әле сағылмаған, парадҡа килгән һәм яуҙаштарын күрергә өмөтләнгән ветерандың портреты.

Барлығы 75 фото иҫәпләнә. Коронавирус менән килеп тыуған хәл рассәмдарҙың, музыканттарҙың, актерҙарҙың ижади пландарына үҙгәрештәр индерҙе һәм хәҙер улар онлайн эшләргә өйрәнә. Ғәҙәттә был артистарҙың йөҙҙәре күренмәй, әммә, хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында репетициялар ошолай үтә.

Һуғыш балаларына арналған Йәшә тигән спектаклдең премьераһы 9-сы майҙа уҙырға тейеш ине. Тиҙҙән интернет селтәрендә театрҙың һуғыш осоронда эшләгән йылдары тураһында ролик барлыҡҡа киләсәк. Әлегә актерҙар ҡурсаҡтарҙы ҡалдырып, шиғыр уҡый. Был кадрҙар Өфө хореография колледжынан.

Үҙҡурсаланыу ваҡытында интернатта Япониянан 10 студент йәшәй. Дәрестәр юҡ, ә студенттар бейергә теләй. Шуға ҡыҙҙар үҙҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған яңы бейеү өйрәнгән. Дошмандың танкылары — ҡап-ҡара, ә болон кеүек йәшелдәре – беҙҙекеләрҙеке. Биш минутлыҡ йәнһүрәт бик сағыу эшләнгән.

Ҡайһы бер кадрҙарҙы йәш автор махсус рәүештә совет кинохроникаһына оҡшатып төшөргән. Шулай Өфөнән 16 йәшлек үҫмер Артур Зәйнетдинов һуғыш йылдарына арналған пластилин анимацияһы менән шөғөлләнә башлаған. Быйылғы 9-сы май ғәҙәти булмаған Еңеү көнө байрамы кеүек ил тарихында ҡаласаҡ.

Хатта, быйылдан яңы йолалар ҙа барлыҡҡа килер. Фотоһүрәттәр күргәҙмәһе мәҫәлән, кисектерелгән, әммә, туҡтатылмаған. Бынан тыш, авторҙар коллекцияһын китап форматында баҫтырырға

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика