Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Совет армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышының  тамамланыуын фронттағы яҡташтарыбыҙ  8 май кисендә үк ишетә. Был турала Кәлимуллиндар ғаиләһендә табылған ҡомартҡы – Һалдат көндәлеге һөйләй. Көндәлекте  Шәриф Кәлимуллин яуға киткән тәүге көнөнән алып кире әйләнеп ҡайтҡанына тиклем алып барған.

Рөстәм  Кәлимуллин көндәлектә яҙылған һәр ваҡиғаны иҫе китеп уҡый.Ҡартатаһын,  Шәриф Нәби улы Кәлимуллинды иҫән сағында ул бөтөнләй башҡа кеше итеп  белә. Ә серле көндәлекте ололар ныҡ йәшереп һаҡлаған.

Шәриф Кәлимуллин Учалыла тыуып үтҫә. Үҫмер ваҡытында уҡ колхоздың бригадиры вазифаһында эшләй.  18 йәшендә үҙ теләге фронтҡа китә.

Һәр ваҡыт алдынғылыҡта йөрөгән һалдатҡа тәүге айҙарҙа уҡ сержант званиеһын бирәләр, аҙаҡ ул  взвод командиры ярҙамсыһы була. Фронтта лейтенанттар курсын үтеп, еңеү көнөн миномет ротаһы командиры вазифаһында ҡаршылай. Көндәлегенә бөтә булған мөһим ваҡиғаларҙы теркәп бара. 42-енең 16 декабрендә Донда тәүге ҡаты алышта ҡатнашыуын да, ай ярым үткәс тәүге тапҡыр яраланыуын да теркәй. Үҙе иҫән сағында был турала бөтөнләй һөйләмәһә лә, ейәне Рөстәм Кәлимуллин ҡартатаһының һәм ҡартинәйенең араһында булған оло мөхәббәт тураһында яҡшы белә.

Көндәлек менән бергә табылған Ҡөрьән сүрәләренең ҡайһы берҙәрен  ҡартатайым үҙе менән һуғышта алып йөрөгәндер, тип фаразлай Рөстәм. Уның әсәһе имсе булыуы менән билдәле. Улының иҫән ҡайтыуын теләп  доғалар уҡыуы тураһында ғаиләлә  хәтирәләр һаҡлана. Көндәлектең тышлығы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Яҙмалар рус, башҡорт, хатта урыны менән венгр телендә. Һуңғыһы — һуғыш тамамланыу менән Шәриф Нәби улының Венгрияла хеҙмәт итеүе һөҙөмтәһе. Шулай уҡ яугир латин һәм кирилл графикаларының икеһен дә ҡуллана. Уң ҡулы яраланғас та ул көндәлек тотоуын ташламай. Һул ҡулы менән яҙырға өйрәнеп ала. Рөстәм Кәлимуллин ҡартатаһының көндәлеген өйрәнеүен дауам итә. Тормошоноң ҡайһы бер өлөштәре беҙҙең өсөн сер булып ҡала, уларҙы асаһы бар әле, ти ул.

Көндәлек биш йыл дауамында һалдат менән бергә  фронтта булып, уның  һуғыш яландарында  кисергән бөтә ваҡиғаларын  түкмәй-сәсмәй ейәндәренә, бүләсәләренә еткерә. Китап донъя күреү менән бөтә кешеләр ҙә мәғлүмәтте белә аласаҡ. Бәлки тап ошо көндәлектәге яҙыуҙар башҡа ғаиләләргә үҙ туғандары тураһында яңылыҡ та алып килер.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика