Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта

Иртәгә йылдың иң мөһим даталарының береһе — Бөйөк Еңеү көнө. Был байрамды беренсе тапҡыр ил халҡы өйҙә билдәләй. Өфөлә үтәсәк парадты тик онлайн рәүештә күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ  телевизор һәм интернет киңлектәре аша тарихи ваҡиға шаһиты ла була ала. 9 май көнө Миңлеғәле  Шайморатовтың юғары Дәүләт наградаһы “Алтын йондоҙ” миҙалы республиканың Милли музейына тапшыраласаҡ. Теманы Нәркәс Йосопова дауам итә.

Ретро мотоциклдар һәм Совет осорондағы автомобилдәр. Был хәрби техникаларҙың барыһы ла 9 май, сара барышында күрһәтеләсәк. Һуғыш афәтен йәнләндереүсе техника Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын ҡаршы алырға йәлеп ителгән. Бөйөк Еңеү көнө быйыл халыҡ күңелендә, айырыуса, һаҡланып ҡалыр, тип көтөлә.

Миңлеғәли Шайморатовтың юғары наградаһын 9 май көнө Мәскәүҙән махсус рейс менән алып киләләр. Тантаналы сара «Өфө» аэропортының осоу-ултырыу һыҙатынан уҡ башлана.

Парадта ҡатнашыусылар һаны сикле һәм уларҙың һәр береһе махсус битлектә ҡатнаша.

 “Алтын Йондоҙ” миҙалын Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡаршы аласаҡ. Билдәле булыуынса, Николай Злобин хеҙмәт иткән отряд Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә.

Генерал-майорға Рәсәй Геройы исемен мәңгелләштереү тураһында  Указға Владимир Путин  быйыл март айында ҡул ҡуйғайны. “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән хәрби колонна Бөйөк Еңеү көнөндә башҡаланың үҙәк урамдарын үтеп сыҡҡас, Совет майҙанына юлланасаҡ. 1942-се йылдың март айында тап ошо урында халыҡ легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатҡан. Шуға ла көтөп алынған юғары награда ла тарихи урында Милли музейға тапшыраласаҡ. Ҙур сарала, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран һәм республика халҡы ҡатнашмай.

Сараны теләгән һәр кем онлайн рәүештә ҡарай аласаҡ. Тура эфир “Башҡортостан 24”, “Башҡорт юлдаш телевидениеһы”, “Вся Уфа” телеканалдарында һәм интернетта Ютуб каналында барасаҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика