Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығын билдәләне. Пандемия сәбәпле Еңеү көнө быйыл үҙенсәлекле форматта үтте. Ветерандар йәшәгән йорттар янында парадтар, онлайн-форматта “Үлемһеҙ полк” акцияһы, балкондарҙа музыкаль флешмоб.

Һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы йондоҙо – Башҡортостанға ҡайтты. Ниһәйәт, 72 йылдан һуң тарихи ғәҙеллек тантана итте. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы йондоҙо Башҡортостанда.

Юғары награданы Өфө аэропортында ҡаршы алғандан һуң, хәрби техника оҙатыуында баш ҡала урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанында тантаналы рәүештә республика башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Артабан “Алтын йондоҙ”ҙо Радий Хәбиров шәхсән үҙе Республика Милли музейына алып барып, мәңгелек һаҡлауға тапшырҙы.

Шулай уҡ, төбәк башлығы Еңеү паркында Советтар союзы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәлдәренә сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларында ла Еңеүҙҙең 75 йыллығына арналған саралар үтте.

Баймаҡта ла һуғыш йылдарындағы хәрби техника менән ҡала буйлап үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын йорттары янына барып ҡотланылар. Ә Ҡариҙел урамдарында легендар Т-34 танкын күрергә мөмкин ине. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе “Үлемһеҙ полк” акцияһын ойошторған.

Ул газель автомобиленә яҡташ фронтовиктарының фоторәсемдәрен, флагтар урынлаштырып, музыка уйнатып бөтә ауыл буйлап йөрөп сыҡҡан. Әйткәндәй, быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы үҙенсәлекле форматта үтте. Пандемия сәбәпле ул инернет киңлектәренә күсте.

Теләгән һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының рәсемдәрен һәм улар тураһындағы мәғлүмәтте махсус сайтҡа урынлаштыра алды. Ә ҡайһы берәүҙәр фронтовиктарҙың фотоларын йорттарҙың тәҙрәләренә лә ҡуйҙы. Шулай уҡ, балкондарғы сығып, Өфөнөң күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр бергәләшеп, Еңеү көнөнә арналған йырҙар башҡарҙы.

Музыкаль флешмоб ветерандар йәшәгән йорттарҙың ишек алдында ла ойошторолдо. Махсус улар өсөн генә ҡуйылған концертты өлкәндәр тәҙрәләре аша күҙәтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәсим Зөлҡәрнәевтың күкрәге тулы орден-миҙалдар. Вариҫтары хәүфһеҙлек сараларын күҙәтеп,  уны ҡотлап үттеләр.

Әлбиттә, быйылғы Еңеү көнө башҡаларынан айырылып торҙо. 75 йылға тәүге тапҡыр ветерандар бергә йыйылманы. Шулай ҙа, замандаштарыбыҙ ҡулынан килгәнсә, беҙгә үҙ ғүмерҙәрен аямай тыныс күк йөҙө бүләк иткән ҡаһармандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә ихтирам һәм оло хөрмәт күрһәтте.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Яндекс.Метрика