Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар. 

Уйын майҙансығында үлән сабылған, әммә тапалмаған. Хәтфәгә әле бала аяғы баҫмаған. Инглиз һәм француз телдәрен өйрәнеүгә баҫым яһаған шәхси балалар баҡсаһы пандемия осорона ябыҡ. Уға тиклем бары ярты йыл эшләп өлгөргән. Яратҡан эшен һаҡлап ҡалыр өсөн Гөлнара Моратова майҙандарҙың ҡуртым хаҡын кәметеүгә өлгәшкән. 6 айға кредит каникулы алған һәм көн дә дәүләт тарафынан ниндәй ярҙам булырын күҙәтә. Туҡтамай алға барыу – төбәк иҡтисадының төп маҡсаты.  Социаль ярҙамға бөгөн һәр тармаҡ предприятиеһы өмөт бағлай. 

Тәү кәрәк-яраҡ етештереүсе 6 предприятиеға кредит ярҙамы күрһәтелгән дә инде. Республиканың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса урман хужалығы предприятеларына 40, еңел сәнәғәғәттә эшләгәндәргә 158 миллион һумлыҡ субсидия бирелә. Кризисҡа ҡаршы сараларҙың береһе – инвестиция әүҙемлегенә булышлыҡ итеү. Ауыл хужалығы тармағында иһә техника һәм ҡорамалдар, минераль ашламалар һәм тоҡомло мал һатып алыуға субсидиялар тәҡдим ителә. Илеш районы “Урожай” хужалығы был һыйырҙарҙы Свердлов өлкәһенән  һатып алған. Шаран районында 2003 йылда икмәк бешереү цехы булараҡ асылған шәхси предприятие бөгөн икмәк бешереү менән генә сикләнмәй, өләсәй рецептарына таянып ҡамырҙан татлы аҙыҡ та  етештерә. Быйыл иһә ит ризыҡтары цехын төҙөкләндергәндәр.

Йыһаздар субсидия иҫәбенә яңыртылған. Эшҡыуарҙарға ярҙам сараларының икенсе пакеты  тегеү һәм текстиль етештереү, типография, күсереп баҫыу һәм фотография менән шөғөлләнгән, көнкүреш һәм социаль  хеҙмәттәр күрһәткән предприятиеларға патент системаһы буйынса түләүҙәрҙе һәм кадастр хаҡы буйынса милеккә һалым күләмен кәметеү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Пассажир ташыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта теркәлгән предприетиеларға төбәк һалымдарын түләүҙе ярты йылға кисектерелә. Эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр үҙмәшғүлдәргә минималь йәшәү кимәленә тигеҙ түләүҙе бер тапҡыр тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре лә тик ултырмай. Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдереүенсә, бөгөн Тимченко фонды менән килешеү төҙөүгә өлгәшелгән. Дәүләт ярҙамы сараларының икенсе пакеты коммерция булмаған ойошмаларҙа тикшереү үткәреүҙәрҙе кисектерә.

Эш ҡыҙыу саҡта был ҡарар ҙа һиҙелерлек ярҙам.  Төбәктә эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы эш урындары һәм мәшғүлекте һаҡлауға йүнәлтелгән. Шуға ла ташламалар алғанда хеҙмәткәрҙәр штатының 90 процентын һаҡлап ҡалған ойошма-предприятиеларға өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан иҡтисады тотороҡлоғона йүнәлтелгән саралар федераль ярҙам төрҙәре менән берлектә күрһәтелһә, төбәк вазифалары менән сағыштырғанда үҙенләкле тип баһалана. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты хәстәрләүгә дөйөм алғанда 30 миллиард һум йүнәлтелә. 

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Яндекс.Метрика