Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра.

Тап ул рус авангардының тарихи мираҫы булып һаҡлана ла инде. Торлаҡ йорт 1930-сы йылдарҙа тәүгеләрҙән булып биш ҡатлы итеп төҙөлөүе менән билдәле. Өҫтәүенә, тап ошо уҡ торлаҡта беренселәрҙән булып газ үткәргәндәр. Тәүге биш ҡатлы йорт яҡынса йөҙ йыл үтһә лә үҙенең тышҡы ҡиәфәтен юғалтмаған.

Билдәле булыуынса, ике ҡатлы корпуста һуңғы йылдарҙа социаль ярҙам итеү үҙәге эшләп килгән. Әле бүлмәләләрҙә лә ремонт эштәре бара. Мәҙәни мираҫ обьектын “Арт-квадрат” проекты компанияһы реставрацияларға тәҡдим иткән. Әле 380 квадрат метр майҙанды биләгән  бинала ниндәй компания урын алыуы хәл ителә.

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы мәғлүмәте буйынса проектты тулыһынса башҡарыу өсөн тарихи, библиографик эҙләнеү эштәре башҡарыласаҡ.  Бинаның техник үҙенсәлектәре лә өйрәнелә.Мәҙәни мираҫ объектын реставрациялау эше йыл аҙағында тамамаланыр тип көтөлә.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

58 минут 21 секунда назад
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

58 минут 34 секунды назад
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

58 минут 39 секунд назад
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

1 час 7 секунд назад
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

1 час 1 минута назад
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

1 час 2 минуты назад
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

1 час 2 минуты назад
Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Яндекс.Метрика