Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе ҡарала.

Бөтмәҫ машиналар ағымы араһында уларҙы таныуы еңел.  Рәсәйҙә етештерелгән  автомобилдәр полиция хеҙмәткәрҙәре иғтибарына йыш эләгә. Легаль булмаған йөрөтөүселәр башлыса ошо машиналарҙы ҡуллана. Был водитель битлек кейеү режимына әһәмиәт бирмәй, уның хатта  кешеләрҙе йөрөтөү  лицензияһы  ла  юк.

Әммә машина башындағы  әйберҙәр,  салон  тулы пассажирҙар  уларҙың осраҡлы кешеләр  түгел икәнлеген иҫбатлай.  Юл хаҡы 500 йөҙ һумдан бер меңгә тиклем. Хаҡ юлдың оҙонлоғонан тора.  Өҫтәүенә, был  кеше йөрөтөүселәр, рәсми транспортҡа ҡарағанда уңайлыраҡ, ти пассажирҙар.

Ошондай  таксиға ултырып йөрөүҙә  бер генә ҡәтғи шарт бар -  водитель менән пассажирҙан башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Был ҡәғиҙә салондағы кешеләрҙе туғандарса яҡынайта. Тик һөйләшеү ваҡытында ғына яңғылыштан, пассажирҙың интернет-сервис менән ҡулланыуы асыҡлана.

Водитель пассажирҙарҙы лицензияһыҙ йөрөткәнен иҫбатлаған осраҡта  ҡағиҙәне боҙоусыларға  протокол төҙөлә. Штраф күләме  ике мең ярым һумға етә. Әммә штраф яҙылғандан  һуң водителдың үҙ эшен туҡтатыуы шикле. Был бит бары бизнес сығымдары. Әммә бындай эшҡыуарлыҡтың  фәжиғәле булыуы ла ихтимал.

юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы күҙәтеүе буйынса,  легаль булмаған йөрөтөүселәр автомобилдәре йыш ҡына авария сәбәпсеһенә әйләнә.  Бындай эшҡыуарлыҡҡа  мәжбүри тотонорға тура килә, ти водителдәр. Бынан тыш медицина тикшереүе, техник торошо тураһында документы булмаған  водителдәр өсөн штраф күләме лә юғары,  Транспорт сараһын  ҡулға алыуға тиклем етә.

Хәүеф аҫтында пассажирҙар ғына түгел, водителдәр үҙҙәре лә. Быға ҡарамаҫтан, ҡыйыу эшҡыуарҙар һаны арта ғына. Етмәһә, улар маска кейеү режимын бөтөнләй үтәмәй. Был хәлгә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та иғтибар бүлде. Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте рейдтары дауам итәсәк әле. Тик ғәҙәти талаптарға хаҙер санитар нормаларҙың үтәлеүен тикшереү ҙә өҫтәләсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

30 минут 11 секунд назад
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

35 минут 33 секунды назад
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

40 минут 17 секунд назад
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

1 час 42 минуты назад
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

1 час 42 минуты назад
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

1 час 42 минуты назад
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

1 час 44 минуты назад
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

1 час 45 минут назад
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

1 час 46 минут назад
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

1 час 47 минут назад
Яндекс.Метрика