Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле.

Әммә ҡомарлы уйын ойоштороусыларын оҙаҡ ваҡыт тотоп булмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асҡандан һуң, закон боҙоусыларҙы махсус операция ярҙамында ҡулға алырға тип хәл итә. Әлбиттә, төн уртаһында уйындың ҡыҙыу сағында көс структураларының   килеп кереүен ойоштороусылар ҙа, аҡсаларын һауаға осороусылар ҙа көтмәгән.

Уйын клубының ойошторолоу системаһын аңлау өсөн IT-белгестәр ҙә йәлеп ителгән. Улар электр сымдары аша, уйын ҡорамалдарының ҡайҙа тоташтырылыуын асыҡланы. Бының өсөн уларға хатта йәшерен металл ишекте лә ватырға тура килә. Асыҡланыуынса, ҡомарлы уйындар сығарыусы махсус серверҙы ойоштороусылар ергә күмеп йәшергән.

Бындай ысул хатта тәжрибәле тәртип һаҡсыларын да аптырашта ҡалдырҙы. Тәртип һаҡсылары закон боҙоусы уйын клубының документтарын тикшереп, ойоштороусыларҙы ҡулға алды. Ҡомарлы уйын ойоштороусы клуб хеҙмәткәрҙәренә дүрт йылға иркенән мәхрүм итеү янай. Ошо көндәрҙә законды боҙоусыларға ҡарата хөкүм сығарыласаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

3 минуты 2 секунды назад
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

1 час 5 минут назад
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

1 час 5 минут назад
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

1 час 5 минут назад
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

1 час 7 минут назад
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

1 час 8 минут назад
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Яндекс.Метрика