1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. 

Яҙын обсерватор итеп үҙгәртелеп, Төркиә, Гоанан, Балиҙан ҡайтҡан сәйәхәтселәрҙе ҡабул иткән “Йәйғор” шифаханаһы карантинда булғандарҙы оҙата. Һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә махсус курс үткән граждандарҙың береһендә лә КОВИД 19 вирусы табылманы, тип еңел һулай шифахана директоры. Әле бында тулыһынса дезинфекция үткәрелеп, ял итеүселәрҙе ҡаршыларға әҙерләнәләр. Шылтыратыуҙар күп булмаһа ла, тәүге 30 юлламаны һатып алыусылар ҙа бар. Шулай ҙа, сәләмәтлек комплексы хәҙерге шарттарҙан сығып эшләй. Бында һауаны таҙартыусы ҡоролмалар, санитайзерҙар ҡуйылған. Һәр бүлмә бер кеше өсөн генә тәғәйенләнә.

Июндең беренсе көнөнән Рәсәйҙә эске туризмды сикләү ҡағиҙәһе үҙ көсөн юғалтты. Тәүге этапта медицина лицензиялары булған шифаханалар эш башлай. Шулай уҡ дәүләт реестрында булған учреждениелар ҙа балаларҙы ҡабул итәсәк. Тик бындай йорттарға тейешле тикшереүҙәр үтеү фарыз.

Рәсәйҙә шулай уҡ 3  йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға бер тапҡыр бирелә торған һәм 10  мең һум күләмендәге пособие түләнә. Шулай уҡ материаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡаралған. Бындай түләүҙәр ай һайын башҡарыласаҡ. Республикала ошондай түләүҙәр суммаһы 5  мең һумға етте. 

Һанлы технологиялар хәҙер йәшәйештең бөтә тармағына ла үтеп инде. Ҡағыҙҙан эшләнгән “хеҙмәт кенәгәләренең” хәҙер альтернатив, электрон варианты буласаҡ. Тап унда эш стажы, вазифаһы, эштән китеү тураһындағы мәғлүмәт туплана. Июнь аҙағынаса. Эш биреүселәр үҙ хеҙмәткәрҙәренә ниндәй форматтағы  кенәгәне һайлауы тураһында еткерергә тейеш.

Рәсәйҙә шулай уҡ комумналь хеҙмәттәргә түләүҙәр арта. Былтыр индексация 2 этапта, ғинуар менән июлдә булһа, быйыл ул икенсе ярты йыллыҡҡа тура килде. Башҡортостан халҡы өсөн түләүҙәр суммаһы 3,6 проценттан артмаҫ, тип көтөлә. Үҙгәрештәр июлдең беренән үҙ көсөнә инә.

Рәсәйҙә шулай уҡ “Башҡарма производство” тураһындағы закон ғәмәлдә буласаҡ. Бынан ары эш биреүселәр хеҙмәт хаҡы  документтарына килем коды тураһында яҙырға тейеш. Был банктарға ниндәй килемдән бурыстарҙы алып ҡалыу мөмкинлеген аңлата. Рәсәйҙә хәҙер “Банк роумингы” төшөнсәһе юғаласаҡ. 14-се июндән кредит ойошмаларына аҡса күсереүселәрҙән комиссия хаҡын алып ҡалыу тыйыла. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020