Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау  яһаны.

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итер өсөн йыйын саҡырыу йолаһы башҡорттарҙа борондан билдәле. 16-сы быуатта тап ошондай ҡоролтайҙа башҡорттар Рәсәй дәүләте менән бергә булырға  ҡарар иткән. Бихисап ихтилалдарҙан һуң батша хөкүмәте тарафынан тыйылған йыйындар 20-се быуат башында яңы илдә яңынан башланған. Шул уҡ быуаттың аҙағында, Башҡортостандың дәүләтселеген нығытыу, милли үҫешен асыҡлау талабы тыуғас оло йыйын йәнә саҡырыла. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы Рәсәйҙәге яңы Башҡортостандың төп законын танытыу бурысы менән ерҙә йәшәгән бар башҡорттарҙы берләштереү маҡсатын ҡуя. 1995 йылда башҡорт йәмәғәт ойошмалары тәҡдиме менән үткән оло йыйын донъяның 19 иленән, Рәсәйҙең 28 төбәгенән, республика ҡала-райондарынан 896 делегатты йыя. Ул күркәм байрам да, етди фекер алышыу ҙа майҙанына әүерелә.  Тәү сиратта үҙен башҡортмон тип танығандар  уртаҡ телен дәүләт кимәлендә нығытыу тәҡдимен бойомға ашыра.

Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы бойомға ашырыуҙы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙ иңенә ала. Уны төрлө йылдарҙа милләтебеҙҙең язмышына битараф булмаған күренекле ғалимдар, йәмәғәтселек башлыҡтары, халыҡта абруй ҡаҙанған шәхестәр етәкләй.  Башҡарма комитеттың урындарҙа кесе ойошмалары булдырыла. Бөгөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы 140 милли-мәзәни йәмәғәт ойошмаһы, 70 муниципаль ҡоролтай берләшмәһе, 38 төбәк, 20 сит ил берекмәләре менән тығыҙ бәйләнеш тота.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы нигеҙендә бынан 10 йыл элек йәнә бер ойошма Йәштәр ҡоролтайы ла барлыҡҡа килде. Ҡоролтай хәрәкәтендә йәштәр әле лә әүҙем ҡатнаша. Ҡоролтай йәштәргә, йәштәр ҡоролтайға ярҙам итә.

  Милләт берҙәмлеге идеяһына тоғро Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн «Башҡорт халҡының стратегик үҫеше»нә булышлыҡ итә. Ҡоролтай йәмәғәт хәрәкәте дәүләт етәкселеге менән бергә Башкортостандың донъя кимәлендә йөҙөн танытыу, республикала йәшәгән бар  халыҡтарҙың үҫешенә өлгәшеү сәйәсәтен алып бара. Милләт сәләмәтлеге, демография, башҡорт телен Бөтә Донъя селтәре кимәленә таратыу кеүек маҡсаттар киң ҡолас ала. 

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының тәү маҡсаттары үҙгәрешһеҙ — туған телде һаҡлау, үҙенсәлекле мәҙәниәтте онотмау, милли тамырҙарҙы  һәм үзанды юғалтмау. Донъяга һибелгән башҡорт халҡын ойошҡанлыҡта тотоу, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан уның рухи һәм социаль үҫешенә ярҙам итеү

Киң үҫешкән йәмғиәттә аралашыу өсөн сиктәр юҡ. Теләк барҙа пандемия ла ҡамасаулай алмай. Был мәлдә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының юбилейына арналған саралар онлайн форматта үтә. Бәйләнештәр, хәтирәләр, фекер алышыуҙар ғына түгел, маҡсатҡа ярашлы акциялар, бәйгеләр, ғәмәли эштәр социаль селтәрҙәрҙә ойошторола. Милләт яҙмышына битараф түгел һәр кем уларҙа ҡатнаша ала. Ҡоролтай төркөмдәре асыҡ.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

22 минуты 16 секунд назад
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

27 минут 38 секунд назад
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

32 минуты 22 секунды назад
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

1 час 36 минут назад
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

1 час 37 минут назад
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

1 час 38 минут назад
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

1 час 39 минут назад
Яндекс.Метрика