Медицина костюмдары тегелә

Башҡортостанда КОВИД 19 сирен дауалау менән шөғөлләнгән госпиталдәр өсөн махсус костюмдар тегелә.

Һыу үтмәгән ныҡлы туҡыма, шулай уҡ тәнгә ул уңайлы һәм тынсыу түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия осоронда ошондай кейемдәр менән тәъмин итеү айырыуса мөһим. Нефтекама ойошмаһының тегеү цехы күп тапҡыр ҡуллана торған һаҡлау кейемдәрен тегә башланы. Республика компанияһы беренселәрҙән булып кейемдәрҙе етештереүгә Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттән теркәү танытмаһын алды.

Инфекцион госпиталдәр, дауаханалар, вирусология лабораториялары, шулай уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре өсөн кейемдәрҙе компания 2019 йылда короновирус таралғанға тиклем  проектлай башлай.Пандемия башланғас та эш барышы тиҙләтелә һәм тиҙ генә кәрәкле документтар йыйыла.

Табиптар был униформаны кейеп эшләп ҡараны һәм уның уңайлыҡтарын билдәләне. Рәсәйҙә быйыл яҙ медицина әйберҙәрен теркәү өсөн яңы ҡағиҙәләр эшләй һәм кейемдәрҙең сифатына юғары талап ҡуйыла. Был йәһәттән етештереүселәр өҫтөндә оло яуаплыҡ ята.  Күп тапҡыр ҡуллана торған махсус костюмдар республика психиатрия дауаханаһына, Үрге Тәтештле үҙәк район дауаханаһына, Өфө клиникаларына һәм республика гигиена һәм эпидимиология үҙәгенә тапшырылды.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

38 минут 48 секунд назад
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

46 минут 10 секунд назад
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

54 минуты 7 секунд назад
Боланут сеймалы өлгөрә | ГТРК «Башкортостан»

Боланут сеймалы өлгөрә

Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа...

1 час 21 секунда назад
Кемдәргә һалым кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә:  түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды...

1 час 6 минут назад
Смотреть видео Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары

Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнеш

4 часа 14 минут назад
Смотреть видео Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай | ГТРК «Башкортостан»

Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә  Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте.  Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк...

4 часа 18 минут назад
Смотреть видео Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте  | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр...

4 часа 19 минут назад
Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Яндекс.Метрика