Төбәк башлығы эш сәфәре менән Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Республика бюджетынан   «ҡара генерал»  Даян Мурзин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаев исемдәрен йөрөткән музей һәм мәҙәниәт йортона 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Баҡалы һәм Шаран райондарына эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары менән  танышты, социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Шағир, прозаик,  драматург, «Ҡыҙыл паша» пьесаһы авторы Нәжиб Асанбаев  һәм легендар разведчик, «ҡара генерал»  Даян Мурзин.  Бөйөк шәхестәр икеһе лә Баҡалы районының почетлы граждандары. Уларҙың исемдәрен Ахман ауылы музейы йөрөтә. Төбәк етәксеһенә был бинаның аңыртылған экспозицияларын күрһәттеләр һәм мәҙәниәт йортон реконструкциялау буйынса пландар менән бүлештеләр. Музей  1985 йылда төҙөлгән, әммә бер ҙә ремонт күрмәгән. Радий Хәбиров объектты  төҙөкләндереү эшенә аҡса бүлергә ҡушты.

Баҡалы районы үҙәгендә 825 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөүҙә  бөтә теләктәр ҙә иҫәпкә  алынған . Ҙур стадионлы  заманса уҡытыу учреждениеһы эстән дә иркен  һәм яҡты. Ул «Үҫеш нөктәһе»  цифралы гуманитар профиленең уҡытыу  үҙәге булып тора. Төбәк етәксеһе башҡарылған эште юғары баһаланы.

Был заводта урындағы балсыҡтан юғары сифатлы Баҡалы кирбесе етештерелә. Предприятиены яңыртыуға инвестр 200 миллион һум аҡса йүнәлткән. Инвестициялар  етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ иткән. Әҙер тауар төбәктә социаль проекттарҙы  ғәмәлгә ашырыу программаһы  ярҙамында ҡулланыусыһына еткерелә.

Эш барышында Радий Хабиров 15  тауар етештереүсе ойошмаларҙы берләштергән   эре  ауыл хужалығы кооперативы пландары менән дә танышты.  Яҡын арала бында сыр бешереү цехы эш башлаясаҡ. Яңы ҡорамалдар әҙер, уларҙы урынлаштырырға ғына ҡалған.

Быныһы Шаран районы ауыл хужалығы предприятиеһы. Башҡа хужалыҡтар менән берлектә бында ҙур йәшелсә һаҡлағысы төҙөү планлаштырыла. Был продукцияны йыл әйләнәһенә һатыу мөмкинлеген бирәсәк. Төбәк етәксеһе  ауыл хужалығы министрлығына федераль һәм республика программалары сиктәрендә  фермерҙарға ярҙам күрһәтергә ҡушты. Бынан тыш, Радий Хәбиров  көслө дауыл һөҙөмтәләрен бөтөрөүгә республика бюджетынан аҡса бүленәсәген әйтте. Ғәрәсәттән балалар ижады һәм спорт үҙәге филиалы түбәһе зыян күргән.  Уҙған йыл төп корпус нигеҙендә  йомшаҡ түшәмле майҙансыҡ йыһазландырылған. Спорткомплес яңыртылған.

Шаран үҙәге «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә  матурлана. Төбәк етәксеһе «Ҡайғылы әсәй» скверын реконструкциялау эше менән танышты. Мемориалға сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Район өсөн көнүҙәк булған һорауҙарҙы Радий Хәбиров «Етәксе сәғәте»  форматындағы кәңәшмәлә тикшерҙе.

Төбәк башлығы шулай уҡ Шаран  газ үткәргесе идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында компрессорлы станцияны яңыртҡандар һәм унда Өфөлә етештерелгән  яңы двигателдәр ҡуйылған.  Бындай заманса ҡорамалдар күрһәткестәре юғары  һәм улар ярҙамында газды ҡыуыу ышаныслыраҡ. Шулай уҡ яңы двигателдәр атмосфераға  эләккән зарарлы мәтдәләрҙең күләмен кәметеүгә булышлыҡ итә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

1 час 10 минут назад
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

1 час 12 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

1 час 15 минут назад
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

1 час 16 минут назад
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

1 час 17 минут назад
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

1 час 17 минут назад
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика