Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде

Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Пандемия ваҡытында оло йәштәгеләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамына айырыуса мохтаж.  Изге һөнәр эйәләре рәтенә ҡушылыусылар бармы? Социаль хеҙмәткәрҙәргә хөкүмәттән ярҙам бүленгәнме?

Социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Наталья Мельникова оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итә. Хәстәрлек күреүсе ханым берәүҙәргә аш-һыу бешерә, икенселәренең фатирҙарын йыйыштыра, ә өсөнсөләре өсөн ул берҙән-бер дуҫ. Һигеҙ йыл эсендә ярҙамға мохтаж булыусылар ғаиләмә әйләнде, ти Наталья. Был изге һөнәрҙе лә ул юҡҡа һайламаған.

Был бүлмәлә иһә ярҙам һорап яҙылған ғаризалар тикшерелә. Бындай ҡағыҙҙар республиканың һигеҙ районынан килә. Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә ни бары 76 хеҙмәткәр эшләй. Документтар һаны пандемия ваҡытында күбәйҙе, бер көн эсендә генә яҡынса мең ғариза ҡабул итәбеҙ, ти улар.

Халыҡты социаль яҡлау һәм мәшғүллек үҙәгендә эш урындары тәғәйенләнгән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш һорап килеүселәр юҡ. Был, әлбиттә, эш хаҡының түбән булыуына бәйле, тип һанай хеҙмәткәрҙәр.

Пандемия ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе хөкүмәттән аҡсалата ярҙам алған. Бынан тыш, әлегә шул уҡ режим һәм эш хаҡы менән эшләүселәр юҡ түгел. “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә лә хеҙмәткәрҙәр һаны әҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, статистика буйынса, һуңғы биш йылда ике тапҡырға күберәк йәтим ҡалыусы сабый яңы ғаиләгә тапшырылған.

Социаль ярҙамға мохтаж булыусылар башҡаларҙан  иғтибар һәм мәрхәмәтлеккә мохтаж.  “Именлек” республика үҙәгендә йәшәүселәр, мәҫәлән, ҙур һәм татыу ғаиләгә әйләнгән. Быны социаль селтрҙәргә һалынған видеояҙмалар ҙа иҫбатлай.

Әле панедмия булыу сәбәпле, “Именлек” республика үҙәгенә  сит кешеләргә инергә ярамай. Социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға мохтаж булыусылар менән көнө-төнө бергә. Был һөнәр эйәләре, ысынлап та, оло баһаға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

1 час 17 минут назад
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

1 час 18 минут назад
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

1 час 19 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

1 час 23 минуты назад
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

1 час 24 минуты назад
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

1 час 24 минуты назад
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

1 час 25 минут назад
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика