«Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк

Рәсәйҙә беренсегә «Герой ҡала» исеме менән бер рәттән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк. Ошо рәүешле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәткәрҙәре батырлығы  әңгеләштереләсәк. Маҡтаулы исемгә Өфө ҡалаһы ла дәғүә итә. Башҡалабыҙ халҡы Бөйөк еңеүгә ниндәй өлөш индергән.
Тулыраҡ сираттағы видеоҙмала. .уғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе фронтҡа 51 меңдән ашыу авиадвигатель ебәрә. Машиналар эшләү күләме ул мәлдә 17 тапҡырға артҡан. Өфөлә бөтәһе 60 сәнәғәт предприятиеһы эшләгән.

60 меңдән артыҡ Өфө халҡы «Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәр Өфө музейҙарында һаҡлана. Ә Еңеү паркында төрлө һөнәрле, төрлө милләттәге тыл хеҙмәтсәндәренә арналған, Рәсәйҙәге иң ҙур монументтарҙың береһе ҡуйылған.

Уларҙың барыһын да бер теләк берләштерә. Хәбәрсе. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Өфө» тип аталған китап авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты Гөлшат Хөсәйенова тыл эшсәндәренең батырлығына айырым бер өлөш бүлгән. Еңеү тарихы был китап биттәренә бөртөкләп йыйылған . Нисек паровоз ремонтлаусы завод ҡыҫҡа ваҡытта, һалдаттарҙы һәм техниканы фронҡа ебәреү өсөн бронепоезд йыйған? Китапта ошондай ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе табырға була.

Һуғыш йылдарында Өфөгә 104 мең кеше эвакуацияланған. Ғаиләләргә дөйөм ятаҡ итеп үҙгәртелгән мәктәптәр, клубтар һәм башҡа йәмәғәт биналарынан йәшәү урыны бүленгән. Күскенселәр араһында Коминтерн башҡарма комитеты вәкилдәре лә бар. Коммунистар хәрәкәтенең юғары етәкселәгә Өфөнән радио бәйләнеш аша бөтә донъяға хәбәрҙәрен еткергән.

Коминтерн радиостанцияһы Европа илдәре өсөн 18 телдә хәбәр иткән һәм үҙ эшен Бөйөк Ватан һуғышының аҙағынаса алып барған. Өфө халҡы һуғышта ҡатнашҡан һалдаттарға ғына түгел, тыл хеҙмәтсәндәренә оло ихтирам күрһәтә.

Тарихта тәүге тапҡыр Рәсәйҙә « Герой-ҡалалар» менән бер рәттән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалалары» барлыҡҡа килә. Өфө тап ана шул ҡалалар исемлегенә дәғүә итә. 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү референдумында ҡалалар исемлеген төҙөүгә ярҙам иткән ҡултамғалар йыйыу ойошторола.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

23 минуты 9 секунд назад
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

23 минуты 53 секунды назад
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

25 минут 26 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

29 минут 20 секунд назад
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

29 минут 46 секунд назад
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

30 минут 27 секунд назад
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

31 минута 10 секунд назад
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика