Башавтотранс йәмғиәте автопаркы яңыртылды

Пассажир ташыу өлкәһендә Әлиә Ғәҙелшина бары өсөнсө йыл эшләй. Тап ошондай ҙур иркен автобус йөрөтөү хыялын бойомға ашыра ул бөгөн. Әлиәнең хеҙмәттәше, 40 йылдан ашыу руль артында ултырған Радик Бикбулатов иһә һөнәри өлкәлә белемде камиллаштырыу менән бер рәттән көн дә эшләгән техниканы йыш яңыртып тороуҙың ыңғай яҡтарын юғары баһалай. Замана машиналары элеккеләр менән сағыштырырлыҡ түгел, ти Радик Ғәйетнур улы. Водитель дә, пассажир ҙа, ҡала халҡы өсөн дә уңайлы.

Автобустарҙың уңайлыҡтары менән хәүефһеҙлегенә башҡала пассажир ташыусы предприятеларының береһендә хәрәкәт хәүефһеҙлеге бүлеге мөдире вазифаһында эшләгән Мәғәфүр Рафиҡов та юғары баһа бирә. Транспорт етештереүсе компания менән килешеп эшләйбеҙ, автобус төҙөүселәр етешһеҙлектәр булһа шунда уҡ хәл итә, ти белгес. Был өлкәлә яуаплылыҡ һәр быуында мөһим.

Республиканың пассажир ташыусы дәүләт предприятиеһы былтыр 478 яңы автобус алһа, яңы йыл башынан йәнә автопарк яңыртыу менән мәшғүл. Әлегә тиклем муниципалитет-ара пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе 40 бәләкәй автобус маршрутҡа сыҡҡайны.

Имен юлдар, хәүефһеҙ техника һәм уңайлы шарттар пассажирҙар ғүмере өсөн төп талап. Автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында предприятие етәкселәрен һәм водителдәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Республикала пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу эше артабан дауам итә. Башавтотранс акционерҙар йәмғиәтендә 2020 йылда йәнә 200-гә яҡын машинаны яңыртыу көтөлә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020