Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты

 Матур рекламаға ышанып алданған клиенттар ғәҙеллек эҙләп дилер ишеген шаҡый, асылмағанын емереп тә инә. Тишек кәритәгә ултыртыусы “Баш Карт” компанияһы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең ижади төркөмгә лә ташланыуҙан ситһенмәне. Матур вәғәҙәләр менән кешене күндереп өйрәнгән менеджерҙар алданған клиенттарының ҡасандыр камера менән килеп инерен көтмәгән күрәһең. Вазифалы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе аңлашырға ла теләмәйенсә, шунда уҡ ишек артына ҡасырға тотона, автоцентр вәкиленә һорауҙары күбәйгән ир ҡыйыу аҙымға барырға мәжбүр. Автомобиль һатып алырға килгән һәр клиент ишек емереп инерҙәй хәлдә ҡайтып китә бынан, әммә һәр саҡ яңы машинала. Иглиндә йәшәүсе Рәүф Кәлимуллин да март айында кредиттың арзан проценттарына алданып ошо автосалонға килә. Иҫке Шкодаһын Трейд-Ин буйынса тапшыра, яҡшы ташлама вәғәҙәләйҙәр. Клиент кредит килешеүенә ҡул ҡуйғанда уны уҡып, асылына төшөнөп тормаһын өсөн оҙаҡ көттөрәләр, төрлө ҡағыҙ тултырталар. Төнгә тиклем тоталар. һөҙөмтәлә төн уртаһы тулғанда ғына кредит килешеүен биреп тиҙ арала ҡултамға ҡуйҙыралар. Яңы машинаны күпкә ҡиммәтерәккә алып ҡайтҡанын иртәгәһенә генә аңлай кеше. Руслан Ғарипов та шундай хәлдә ҡала. Автосалонға ялыуҙар яҙыу, судҡа биреү ҙә һөҙөмтәһеҙ. Сөнки клиент килгәс тә унан бер ниндәй дәғүәм юҡ тигән килешеүгә ҡултамға ҡуйҙыралар. Ә аҙаҡ ризаһыҙлыҡ менән килгәндәргә бында бөтөнләй икенсе мөнәсәббәт.  “Баш Карт” автосалоны мутлашыу юлы менән автомобиль һатыусы тәүге компания түгел. Быға тиклем КамаАвтоТорг, АвенюМоторс, БравоАвто, ЗилимАвто һәм тағы ла бихисап ойошмалар хоҡуҡ һаҡсылары иғтибарын йәлеп иткәйне. Әммә күп осраҡта уларҙың мутлашыуын судта раҫлау ауырға төшә. Башта осһоҙ хаҡ, түбән процент менән реклама аша ылыҡтыралар, унан кредит ойошмалары тиҙерәк яуап ҡайтарһын өсөн кассаға тәүиғәнә индерергә кәрәк тип күндерәләр. Бынан ары һөйләшеү икенсе юҫыҡҡа күсә, клиент риза булмаһа аҡсаны ҡатйрмайҙар, иҫке машинаны бирмәйҙәр, полиция менән ҡурҡыталар. Иң ҡыйыуы булып сыҡҡан Светлана исемле ҡыҙ был юлы ла полиция менән ҡурҡытып ҡараны. Янау һөҙөмтәһеҙ икәнен аңлағас беҙҙең хәбәрсегә лә ташланыуҙан тыйылманы.  Психологик баҫым яһауҙы төп алым иткән менеджерҙар был ваҡиғаларға тиклем шартлы рәүештә машина һатып алыусы булып ингән миңә лә ташланып маташтылар. Камераны күргәс үсекләшеүҙән ары китә алманылар. Шулай ҙа видеоны юйыуҙы талап итеп ярты сәғәт тирәһе сығармай тоттолар.  Был ваҡиғанан һуң бер төн эсендә автосалондан елдәр иҫә, клиенттарға маҡтап тәҡдим ителгән автомобилдәр ҙә, хужаларса ҡыланған менеджерҙар ҙә юҡҡа сыҡҡан. Уларҙы эҙләү хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары эше.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика