Ағиҙел үҙәгендә “Ағиҙел тулҡындары”

  • Ағиҙел үҙәгендә “Ағиҙел тулҡындары”  - 1477705656 | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың иң йәш ҡалаларының береһендә күмәк ял һәм аралашыу даирәһе – заманса йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Совет модернизмы стилендәге парк проекты 45 миллион һумлыҡ федераль грант отто. Төҙөлөштө 2021 йылдың йәйенә тамамлау йөкләмәһе ҡуйылған. “Ағиҙел тулҡындары”нда амфитеатр, балалар өсөн инклюзия һәм уйын майҙансыҡтары, минифутбол, баскетбол майҙандары, арт-объекттар ҡороу ҡаралған.

Фото:http://yandex.ru/clck/jsredir

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

1 час 24 минуты назад
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

1 час 25 минут назад
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

1 час 27 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

1 час 31 минута назад
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

1 час 31 минута назад
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

1 час 32 минуты назад
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

1 час 32 минуты назад
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика