Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде

 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алды.  Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина дауам итә. Хәтер һәм ҡайғы төнөндә «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһының әүҙем ағзалары «Хәтер шәме» акцияһын үткәреү өсөн Башҡорт дәүләт концерт залына йыйылды. Cарала бер мең шәм тоҡандырылды. Хәтер һәм Ҡайғы көнө ил халҡын берләштерергә тейеш. Ҡорбан булған 27 миллион кеше, ер менән тигеҙләнгән ауыл-ҡалалар, балаларын юғалтҡан ата-әсәләр, тол ҡатындар… Хәтер шәме акцияһының төп маҡсаты- үҫеп килгән быуын хәтерендә, тыуған ерен һаҡлап һәләк булған ҡаһармандарыбыҙ иҫтәлеге мәңге һаҡланырға тейеш.Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Республика башлығы Сергеев зыяратындағы һәйкәлгә сәскә һалды.Ҡыҙыл ҡәнәфер хөрмәт билдәһе. Бынан етмеш туғыҙ йыл элек башланған Бөйөк ватан һуғышында ҡойолған ҡан төҫлө был сәскәләр хөрмәт, ихтирам ғына түгел, ә иҫтәлек символы.Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфө тимер юлы вокзалынан фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап һәйкәл дә асылды. Йылдағы иң оҙон көн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип иғлан ителгән. Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө беренсе ун биш минутта бөтә ил буйынса бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Тап ошо ваҡытта СССР-ҙың халыҡ комиссары Вячеслав Молотов тура эфирҙа халыҡҡа фашистарҙың илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр иткән. Бөйөк Ватан һуғышы афәте илдә йәшәгән һәр ғаиләгә ҡағылды. Был ҡурҡыныс алышта 26 миллион 549 мең совет кешеһенең ғүмере өҙөлә.22-се июнь халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана. Сөнки, тап ошо көндөң иртәһендә фашистик Германия барлыҡ килешеүҙәрҙе инҡар итеп, алдан хәбәр итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә.Аяныслы һуғышта миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. Бөгөн кесеһенән олоһона тиклем уларҙы хәтергә алырға килде. 2020 йылдың 9 майында Еңеү көнөндә COVID-19 пандемияһы арҡаһында парад булманы. Рәсәй президенты Мәскәүҙә Еңеү парадын 24 июндә үткәрергә ҡарар ҡабул итте. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машиналары, заманса техника үтәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Яндекс.Метрика