Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай

Башҡортостанда киләһе аҙнанан спорт учреждениелары асыла, яҡын киләсәктә мәҙәниәт ойошмаларына ла йөрөргә мөмкин буласаҡ. Хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров мәҙәни, дини саралар уҙғарыуҙы рөхсәт итергә тигән тәҡдим яһаны. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында торған аҡ халатлыларҙың бер төркөмө ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты исеменән наградалар алды. Исемлектә Башҡортостан табиптары ла бар. Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, КОВИД19 менән көрәштә 82 яҡташыбыҙҙың фиҙәҡәр хеҙмәте юғары баһаланған. Ә эш урынында коронавирус йоҡторған табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан шифаханаларға бушлай юллама бирәсәк. Ундайҙар һаны бөгөнгә 500-ҙән ашыу. Сикләүҙәр йомшарыуын, саралар күплеген иҫәпкә алып Радий Хәбиров коллегаларына һәм етәкселәргә мөрәжәғәт итте: вирус таралыу хәүефе булғанда аныҡ һәм тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай, әммә иҡтисад менән бергә башҡа тармаҡтарҙы ла ғәҙәти трмошҡа ҡайтарырға ваҡыт. Был аҙнала фитнес клубтар эш башланы, киләһенән бөтә спорт учреждениелары асыла. Радий Хәбиров мәҙәни ойошмаларҙа ла саралар уҙғарыуҙы рөхсәт итергә, бының өсөн хәүефһеҙлек сараларын алдан хәстәрләргә һәм Указда билдәләнгән талаптарҙы ла яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Дини ойошмалар өсөн дә сикләүҙәр кәметелә. Социаль учреждениеларҙа әлегә вахта режимы дауам итә, ә 1 июлдә үтәсәк тауыш биреүҙә уларҙың ҡайһы берҙәре генә ҡатнаша ала. Оператив кәңәшмәлә был аҙнала башланасаҡ мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек баһаланды. 3 миллиондан ашыу бюллетен Участка һайлау комиссияларына тапшырылған, тауыш бирергә килеүселәр өсөн һаҡланыу саралары әҙерләнгән. Һыуҙа һәм юлдарҙа үлем осраҡтары артыуы ла Оператив кәңәшмәлә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Республика Башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһына рейдтарҙы арттырырға, хакимиәттәргә рөхсәт ителмәгән урында һыу төшөүселәр менән аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушылды.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика