Сабыйға ярҙам кәрәк

Рәсәй каналы РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһын дауам итә. Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Рафаэльға ярҙам кәрәк. Уның әсәһе Әлиә Шакирова малайҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ябай терпе һүрәтен төҫлө ҡәләмдәр менән буяу өсөн  ошо алсаҡ малайға  күп көс түгергә тура килә. 8 йәшлек Рафаэль  балаларҙағы церебраль фалиж  менән интегә.  Игеҙәк малайҙар ваҡытынан алда тыуған.  Олоһо тыумыштан умыртҡалыҡтың  муйын бүлеге  йәрәхәте алған. Игеҙәге Рөстәм һау-сәләмәт.   Мәкерле диагноз Рафаэльға  4 ай тулғанда ғына асыҡланған.  Ошо ваҡыттан алып балаға  бер туҡтауһыҙ дауаланыу үтергә тура килә. Иҫ-китмәле ҙур эш, әммә  тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен дә бирә. Рафаэль 5 йәшенән имгәкләй башлаған. Церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған балалар өсөн был бик ҙур ҡаҙаныш, ти малайҙың әсәһе.  Әле лә ул яҡындарын үҙ уңыштары  менән шатландыра. Хәрефтәр уҡырға, яҙырға һәм һанарға  өйрәнә.Ихлас, тирә-яҡтағыларға алсаҡ малай терәүҙәр ярҙамында баҫып тора ала, кеше ярҙамында аҙымдар яһарға ла тырыша. Үҙәк нерв системаһы зарарланыуы һөҙөмтәһендә уның мускулдары көсһөҙ, атлай алмай, үҫеше артта ҡалған.  Шулай ҙа,  барыһын да аңлай,  ябай һәйләмдәр ярҙамында аңлаша ла белә. Әммә, тулы, бәхетле тормош өсөн был ғына етмәй. Әлегә Рафаэльды тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Әммә реабилитацияны туҡтатырға ярамай.  Мәскәүҙәге  медицина технологиялары институтында махсус алымдар ярҙамында Рафаэльға ярҙам итә алалар. Дауалау курсын үтеү өсөн 200 меңгә яҡын  сығым талап ителә. Әлиә балаларҙы яңғыҙы тәрбиәләй. Улының  инвалидлыҡ буйынса пенсия һәм пособиеһы – берҙән-бер килем сығанағы. Шуға ла, был сумманы йыйыу мөмкинлеге юҡ.  Әлиә Шакирова ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин. Әгәр телефон операторы һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки, тап һеҙҙең изге йөрәгегеҙ Рафаэльға  яҙмышын үҙгәртергә ярҙам итер.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика