Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала

Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырған, Бәйләнештәр үҙәге 82 мең мөрәжәғәтте ҡабул итеп эшкәрткән. Үткән осорҙағы  эшмәкәрлеккә аралаш йомғаҡ яһап фирҡә ағзалары өр-яңы ойошторолған онлайн- лекторийҙарҙың эшен дә юғары баһаланы. Хөкүмәт вәкилдәре һәм, төрлө белгестәр биргән белешмәләрҙе 650 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Онлайн-лекторийҙар эшен һаулыҡ һаҡлау ғына түгел башҡа социаль ярҙам мәсьәләләрен ҡағылышлы темалар буйынса ла  артабан дауам итеү ҡарала. Был миҙгелде йомғаҡлау лекторийы 30 июнгә тәғәйенләнгән.Төбәк сәйәси советы Президиумы шулай уҡ быйыл 13 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа дәғүәселәр күрһәтеү тураһында килеште һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа дәғүәселәр исемлеген раҫланы. Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы һәм художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовҡа фирҡә ағҙаһы танытмаһын тапшырҙы. Журналистар бәйгеһендә еңеүселәрҙе  һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары  менән бүләкләне. Төбәк етәксеһе 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләһенә айырым туҡталды. Радий Хәбиров был сарала тәү сиратта кеше сәләмәтлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика