Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостан 1-се июлдә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙер. Үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тәьмин ителде, бюллетендәр алды. Уларҙа коронавирусҡа бәйле именлек саралары ла күрелә. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башлана. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн һәр кем өйҙә ҡалып йә һайлау участкаһына барып гражданлыҡ позицияһын белдерә ала. Территориаль һәм участка һайлау комиссияларында алдан әҙерлек эштәре атҡарылды. Уларға бюллетендәр һаҡ аҫтында оҙатылды.Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле һайлауға 3 миллион 47 мең бюллетень баҫтырылды. Уларҙың 13 проценты – башҡорт, 7 проценты – татар телендә.  Башҡортостандың участка комиссиялары ла тауыш биреүҙәргә әҙер. Комиссия ағзалары кешеләрҙе йоғошло сирҙән аралау маҡсатында, бығаса булмаған хәүефһеҙлек сараларын күрә. Тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр, журналистар, бушлай — битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка менән тәьмин ителәсәк. Халыҡ именлеген хәстәрләү — төп бурыс. Мәҫәлән, иң беренсе үҙәк, территориаль һәм участка комиссиялары ағзалары, йәмәғәт күҙәтеүселәре дезинфекция саралары менән тәьмин ителәсәк. Һайлаусыларға ла инфекциянан һаҡланыу кәрәк-яраҡтары таратыласаҡ. Һайлаусыларҙың аяҡ-кейемдәре махсус шыйыҡса менән эшкәртелә һәм һәр береһе араһында дистанция һаҡланһын өсөн ҡыҙыл таҫмалар менән бүленгән. Именлекте тәьмин итеү һәм тәртип урынлаштырыу маҡсатында һәр һайлау участкаһында полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Һайлауға килгән кешенең тән температураһы юғары булһа, ул  айырым бүлмәгә оҙатыла. Йәғни, башҡа һайлаусылар менән осрашмаясаҡ. Бында уның өсөн махсус урын билдәләнгән һәм айырым урна килтерелә.Йәмәғәт күҙәтеүселәренең дә урыны билдәләнгән. 1-се июлдә үтәсәк кампанияла 35 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе ҡатнашыр, тип көтөлә. Уларҙың күбеһе партияларҙан түгел, ә үҙҙәрен күрһәткән ябай граждандар. Күҙәтеүсе булырға теләгәндәрҙең барыһының да документтары ҡабул ителгән. Улар ирекмәндәр кеүек бушлай һәм Үҙәк һайлау комиссияһы менән тура бәйләнештә эшләйәсәк. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостанда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 70-80 проценты гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн һайлау участкаларына киләсәк.Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле, был кампанияла бөгөндән алданыраҡ ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн дәүләт хеҙмәте порталын файҙаланырға йәки шылтыратырға була. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының элемтә телефоны: 8-800-200-00-20, шылтыратыу бушлай. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй. 230 участка һайлау комиссияларында КОиБ-тар ҡуйыла. Был кампания һөҙөмтәләре 3-сө июлдән дә ҡалмай билдәле буласаҡ, тип хәбәр итәләр Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика