Бөтә Рәсәй кинологтары көнө

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй кинологтары  үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дүрт аяҡлы эҙәрмәнде тәрбиәләү нескәлектәренә төшөндө.Надежда Отвесова  юғалған кешеләрҙе эт ярҙамында эҙләүсе  республикалағы берҙән-бер кинолог. Уның өсөн ял тигән төшөнсә юҡ. Тоғро дуҫы, бордер –колли тоҡомло хеҙмәттәше менән ул көндә эштә. Надежданың  дүрт аяҡлы дуҫы менән  ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләүе осраҡлы түгел. Йәш ҡыҙ – үҙен тоғро дуҫынан тыш күҙ алдына ла  килтерә алмай.  Кешеләргә ярҙам итеүҙе  лә үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй.  Бәләкәйҙән  төрлө харабалар, урман, тауҙар  үҙенә ылыҡтырған. Бөтә мауығыуҙары ҡотҡарыусы-кинолог һөнәрендә үҙ урындарын тапҡан. Үҙенә тоғро хеҙмәттәш һайлауға ул бик етди ҡараған. Ишелгән бина емереклектәре кинолағы  ҡурҡыныс фажиғәне хәтерләтә. Был кинологтарҙың яратҡан урыны. Эттәр менән күнекмәләрҙе тап ошонда үткәрә ҡотҡарыусылар. Надежданың  тоғро дуҫы Торин ошо өйөмдәр араһында йәшенгән кешене табырға тейеш.   Уны табыу менән эт тауыш бирә. Ҡыҙ алыштырғыһыҙ дуҫын маҡтап, шунда уҡ тәмлекәсен ҡаптыра һала. Торин башҡа эҙәрмәндәрҙән айырылып тора. Ул эҙ буйынса эшләмәй,  кешене еҫкәп эҙләй, бөтә тирә-яҡты урап, тикшереп сыҡмайынса, тынысланмай дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне, ҡотҡарыусы эт мине тиҙ тапты.Надежда эҙләнеүҙәргә  сығыуға кәрәкле әйберҙәрҙе барлай. Техноген урындарҙа эшләр өсөн махсус эҙерлек талап ителә.Немец телендә, русса, инглизсә, Торин 3 телдә 80-гә яҡын команда белә. Хужабикәһе Надежда уны башҡорт телендәге командаға ла өйрәткән. Тикшереп ҡарайыҡ эле. Ҡулымда Ториндың яратҡан уйынсығы, тимәк ул минең командаларымды ла үтәргә тейеш. –Торин, кил бынла, ултыр! Афарин!Надежда Отвесова  үҙ тәжрибәһе менән дә бүлешә, Волонтерҙар рәтенә баҫҡан  егет-ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтарына белгәндәрен өйрәтә, эҙләнеү эштәренә әҙерләй. Үҙе иһә, тоғро ярҙамсыһы Торин менән  һәр ваҡыт ҡотҡарыу эшенә әҙер. Әгәр ҙә бер генә кешенең ғүмерен ҡотҡарыуҙа ярҙамдары тейһә, тимәк  бөтә тырышлыҡ юҡҡа түгел. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика