Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.

Әммә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, тынысланырға иртәрәк. Пандемия осоронда табиптар ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтә. Айҙар буйы үҙ ғаиләһен  күрмәүселәр ҙә бар. Короновирус йоҡтороп айырым бокстарҙа ятыусы сирлеләргә табиптар махсус кейемдә генә керә. Баштан аяҡҡа тиклем костюм, күҙлек, битлек һәм икешәр ҡат бирсәткә. Пациентҡа ингән кешенең тәнендә асыҡ урын бөтөнләй ҡалырға тейеш түгел. Зиедулло Ибодуллаев короновирус йоҡтороусыларҙың береһе. Инфекция дауаханаһында ул яҡынса ике аҙна ята. Табиптар уның хәлен әле яҡшы тип билдәләй.Табиптар пациенттың хәлен даими тикшереп тора. Бөтә тәнде ҡаплаған костюмда улар кәрәкле процедуралар эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, битлек аша тын алыуы ауыр, күҙлектә лә йөрөүе уңайлы түгел.    Короновирус менән ауырыған пациент айырым ишектән инә. Уның өсөн бүлмәлә махсус йоҡлау урыны билдәләнгән. Ә пациентты дауалаусы табип иһә ошо ишектән керә. Пациентты ҡарап бөткәндән һуң, ул мотлаҡ рәүештә бөтә тәнен һәм ҡулын дезинфекцияларға тейеш.Костюмды табиптар пациентҡа ингән һайын яңыһын кейә. Тотонолғаны иһә шунда уҡ сүп-сар һауытына ырғытыла. Дүртенсе инфекция дауаханаһы баш табибы Радик Ғәлимов хәҙер Зубово янында төҙөлгән яңы инфекция дауаханаһына етәкселек итә. Табиптар вирус йоҡтороусылар менән эшләргә әҙер ине, тип билдәләй ул. Пандемия сәбәпле, үҙ балаларын да күрмәй эшләүсе табиптар бихисап. Республика клиник дауаханаһы терапевты Алһыу Нурғәлиева, мәҫәлән, кешеләр менән тик телефон аша ғына һөйләшергә мәжбүр. Ике айға яҡын ул үҙ ғаиләһен дә күрмәгән. Короновирус башланғас, терапевҡа дауаханала ҡалып сирлеләрҙе ҡарарға тура килә. 17-се балалар клиник дауаханаһы өлкән шәфҡәт туташы Анна Таһироваға ла короновирус таралғандан алып эшләргә тура килә. Ул көн һайын дауаханаға килгән балаларҙан вирусҡа анализ ала. Анна Таһирова алты балаға әсә. Яҡындарына хәүеф тыуҙырмаҫ өсөн, өйгә ҡайтыр алдынан мотлаҡ бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәйем, ти ул. Республикала коронавирус менән ауырыусылар һаны аҙая башланы. Һәр табип был ауыр сирҙең тиҙ арала сигенеүен һәм ғәҙәти тормош менән йәшәй башлауын көтә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика