Тынысланырға иртәрәк

Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен һайлау участкаларында тауыш биреү осоронда эпидемиологик хәлгә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы. Республикала КОВИД19 сиренә бәйле хәл тотороҡло, әммә тынысланырға иртәрәк.Битлек режимы үҙ көсөндә ҡала, мәктәп лагерҙарын асыу йәнә ике аҙнаға кисектерелә, шифаханалар обсерватор булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә. 29 июнгә республикала коронавирус инфекцияһы асыҡланған 5315 сирле теркәлгән. Үткән тәүлектә был һан 48-гә артҡан. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, дөйөм артым темпы бер проценттан түбәнерәк. Эпидемиологик хәл торошона ярашлы, Роспотребнадзор балалар учреждениеларын киң асыуҙы әлегә сикләп тора. Ошо уңайҙан республика башлығы мәктәп лагерҙары эшен башлауҙы 15 июлгә тиклем кисектерергә тәҡдим итте. Битлек режимы да туҡтатылмай. Был айырыуса ябыҡ биналарҙа үткән осрашыуҙар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, магазиндар, йәмәғәт транспорты, күмәк саралар, һайлау участкаларына ҡағыла. Һуңғылары тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеген хәстәрләүҙе тәү бурыс итеп алырға тейеш. Көнэлгәре тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция тәртибе йәнә ике аҙна һаҡланһа, мәктәп тамамлаусылар Берҙәм Дәүләт Имтиханын тапшырырға әҙер. Республиканың фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, 19093 кеше имтихан тапшырырға ҡарар иткән. Быйылғы имтихандың үҙенсәлеге  — мәктәпте элек тамамлағандар һынуҙарҙы быйылғы уҡыусылар менән  бергә тота. Эпидимиологик хәл аудиторияларҙа бер юлы тик 9 кеше булыуын һәм имтихан барышында социаль дистанцияны һаҡлауҙы талап итә, шуға ла имтихан ҡабул итеү участкалары менән уларҙы хеҙмәтләндереүселәр һаны артҡан. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 240 мең битлек, 110 пирометр, һулар һауаны таҙартыусы 110 күсмә ҡоролма һатып алынған. Республика башлығы юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыуҙы өлөшләтә асыу мөмкинлеген хәстәрләргә тәҡдим итте. Был матур йола, йәштәр уны хәтерҙә ҡалдыра.Күмәк сараларға килгәндә иһә республикала уларҙы киң йәйелдереү әлегә көтөлмәй. Оператив штаб ҡарары менән үткән аҙнала медиктарҙы һөнәри байрам уңайынан хөрмәтләү, йәштәр көнө ойошторолдо. Шишәмбе Өфөлә урбанистика Халыҡ-ара форумы асыла. Күмәк сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 50 кеше менән сикләнгән. Оператив кәңәшмәлә хөкүмәт ағзалары республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ Милли проектын бойомға ашырыу, фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперацияһы селтәрен ҡороу буйынса төбәк проектын үтәү барышы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Яндекс.Метрика