Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда ҡатнашыусылар бер нисә майҙанда эшләй, күмәк осрашыуҙар юҡ, ҡул бирешеү кеүек яҡын аралашыуҙарҙан тыйылыу сәйәсәте нығытылған. Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре заман шарттарында тирә-яҡ мөхитте ҡороу, уңайлы һәм һаҡсыл файҙаланыу тураһында фекер алышты. Был йәһәттән Өфө тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынған ҡунаҡтарға Республика башлығы Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Ҡала үҫешенә этәргес биреүсе булараҡ Фәнни белем үҙәгенең әһәмиәте айырым сессия ултырышында барланды. Республика башлығы был майҙанды форумдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө, тип билдәләне. “Мәғариф”, “Фән” һәм “Уңайлы мөхит” Милли проектарының өсөһөн бер йүнәлеш – университеттар – белем үҙәктәре- менән бәйләгәндә ҡала киң үҫеш аласаҡ. Урбанистика форумында ҡатнашыусылар ошо фекерҙе хуплай.Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры төбәк юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән юғары белем биреү ойошмаларының яҡын һәм алыҫ киләсәктәге үҫеш йүнәлештәре һәм уларҙы трансформациялау тураһында һөйләште. Башҡортостанда һөнәри белем биреү йорттарының иҡтисади шарттарға яраҡлы уҡытыу алымдарын федераль министр юғары баһаланы.  Валерий Фальков Өфө авиация-техник университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән дә осрашты. Урбанистика форумы сиктәрендә Өфө ҡала мөхите менән танышыу сәйәхәттәре лә ойошторолдо. Улар араһында биш мең студентҡа иҫәпләнгән күп йүнәлешле заманса кампус төҙөлөшө майҙаны,  асыҡ һауала ял һәм күмәк саралар ойоштороу өсөн уңайлы, тип танылған Ағиҙел яры буйы, башҡала ихаталары һәм Өфөлә яңы асылған “Торналар” фонтаны бар. Форумдың эшлекле өлөшөндә иһә Рәсәй ҡалаларын төҙөкләндереүҙең алдынғы тәжрибәһе, иң сағыу проекттар ҡаралды. Пандемия осоронда ла ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен туҡтатмаған, сикләүсе үҙизоляция мәлендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йүнәлткән Башҡортостан ҡаҙаныштары айырым күргәҙмәгә сығарылды.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

2 часа 43 минуты назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

2 часа 48 минут назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

2 часа 52 минуты назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

9 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

9 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

9 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

9 часов 5 минут назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

9 часов 6 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

9 часов 7 минут назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

9 часов 7 минут назад