Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр — иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй пациенттарҙы дауалау өсөн психолог та, педагог та, хатта артис та булырға кәрәк. Эльза Эдуард ҡыҙы Ризуанова сабыйҙар сәләмәтлеге һағында 35 йыл хеҙмәт итә. Бер нисә айлыҡ ҡына сабыйҙарҙың хәлен күҙҙәренә ҡарап билдәләргә өйрәнгән ул. Һөнәр һайларға вағыт еткәс уның алдында кем булырға тигән һорау тормай. Балалар менән эшләйәсәген ул аныҡ хәл итә. Сабыйҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү –илдә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Коронавирус пандемияһы мәлендә Дим биҫтәһе дауаханаһы махсус режимға күсә. Сирлеләр менән аралашҡан пациенттарҙы өйҙәренә йөрөп ҡарайҙар. Бындай осраҡта педиатрға бөтә талаптарға ярашлы кейем кейергә тура килә. Карантин мәлендә прививкалар эшләү кисектерелә. Башлыса педиатр сабыйҙы өйөндә ҡарай. Поликлиникаға бәләкәй пациенттар һуңғы аҙналарҙа ғына йөрөй башлаған. Нисек кенә булмаһын пандемия йәшәйешебеҙҙе үҙгәртте. Үҙебеҙ өсөн файҙалы ғәҙәттәргә лә өйрәндек, ти дауахана мөдире. Өфөнөң медицина-генетика үҙәге республикала молекуляр генетика алымдары менән эшләгән берҙән-бер ойошма. Пандемия башланыу менән улар  COVID-19 вирусын диагностикалауға ҡушыла. Был ишек артында юғары хәүеф тыуҙырған зона. Тап ошо бокста егеттәр 6-шар сәғәт, махсус кейемдә биологик материалдар менән эш итә. Башта биологтар РНК-ны айырып ала. Былар барыһы ла ҡул эшен талап итә. Артабан күрше бүлмәлә юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында COVID-19 вирусын йөрөтөүсе асыҡлана.Генетика лабараторияһында эшләү оҫталыҡ талап итә. Бының өсөн махсус уҡытмайҙан. Ялған ыңғай һөҙөмтә биреү пациенттарҙа стресс тыуҙыра. Шулай булғас хеҙмәткәрҙәрҙән аныҡлыҡ һәм таһыллыҡ талап ителә.  Ковид-19-ҙы диагностикалау республиканы сирҙән мөмкин тиклем  тиҙерәк арындырыуға булышлыҡ итә.  Ә генетиктарҙың төп хеҙмәте: нәҫел, онкология һәм социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы заманса юғары технологиялар,  молекуляр-генетика алымдар менән иртә диагностикалау ғәҙәти режимда бара.Нәҫелдән килгән сирҙәрҙе билдәләүсе анализдар һөҙөмтәһе кешегә ғүмерлеккә эшләп бирелә. Шулай булғас, беҙҙең яңылышырға хоҡуғыбыҙ юҡ, ти үҙәк етәксеһе. Һуңғы йылдарҙы иҫәпкә алғанда табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән тәүгә осрашты. Әммә улар баҙап ҡалмай. Һис шикһеҙ, аҡ халатлылар герой исеменә һәм маҡтауға лайыҡ. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

3 часа 1 минута назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

3 часа 6 минут назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

3 часа 11 минут назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

9 часов 20 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

9 часов 21 минута назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

9 часов 21 минута назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

9 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

9 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

9 часов 25 минут назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

9 часов 25 минут назад