Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙе ошондай һүҙҙәр менән баһаларға мөмкин. Пандемия шарттарында уҙған был сәйәси кампания һөҙөмтәләре бөгөн йәки иртәгәһе көнгә ҡоролмаған. Төп бурыс – Рәсәй Федерацияһының үҙаллы дәүләт, үҙ сиктәрен һаҡлай һәм яҡлай, халҡының социаль тәьминәтен гарантиялай алған ил булып ҡалыуында. Был хаҡта Президент Владимир Путин да махсус мөрәжәғәтендә белдерҙе. Яңы Рәсәйҙә быға тиклем бер ҡасанда Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәр аҙна дауамында үткәрелгәне юҡ ине. Быны карантин мәлендә граждандар именлеген һаҡлау тип кенә баһаларға ярамай. Ете көн дауамында ил халҡы фекер туплап, июлдең беренсе көнөндә ысын мәғәнәһендә үҙ һүҙен әйтте.  Башҡортостан тауыш биреүҙәргә ентекле һәм теүәл әҙерләнде. Республика электорат һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа килеүен иҫәпкә алғанда, кампанияны пандемия шарттарында төбәк өсөн айырым бер һынау тип атарға ла мөмкин. Тауыш биреү өсөн өс мең ярым самаһы участканың һәр береһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеүен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та айырым билдәләне. Рәсәйҙең яңыртыласаҡ конституцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, был документтың социаль һәм гуманитар аспекттарына айырым иғтибар итер кәрәк. Мәҫәлән, ил закондарының тәүге тупланмаһында тәүге тапҡыр “Алла” тигән һүҙ, төшөнсә буласаҡ.  Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин фекере. Башҡортостандағы тауыш биреүҙәргә килгәндә, уның ойошҡанлы барыуын ғына билдәләргә ярамай. Бөгөн һүҙ халыҡты сәйәси яҡтан аңлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу фарыз. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле сарала ҡатнашыусылар һаны ошоға аныҡ миҫал. Конституцияға үҙгәрештәр индереҙең тәүге һөҙөмтәләре лә билдәле. Рәсәй халҡы Рәсәй өсөн. Яңырытласаҡ закондар тупланмаһындағы һәр пункт һәм һәр статья ла ентекле уйланылған. Әйткәндәй, тауыш биреүҙәр буйынса ил кимәлендәге теүәл мәғлүмәт етенсе июль иғлан ителә.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика