Геройҙар беҙҙең арала

Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт  әлеге ваҡытта көсәйтелгән режимда эшләй. Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең ижади төркөм  янғын ваҡытында күп йәрәхәттәр алып, үлемдән саҡ ҡалған ут һүндереүсе менән  күреште  һәм янғын һүндереүсе һөнәренең иң хәүефле, шул уҡ ваҡытта, иң хөрмәтле  һөнәр булыуына инанды. Ике ай элек булған  фажиғәле көндө Филүс Раҡимов бөгөнгөләй хәтерләй. Уның ғүмере өсөн туғандары һәм  бөтә республика халҡы борсолдо.  4 май Дим биҫтәһендәге ике ҡатлы йортта  янғын сыға.  Филүс Раҡимов үҙ бригадаһы менән ут һүндереүҙә ҡатнаша.  Бер мәл сарлыҡтың иҙәне емерелеп төшә һәм йәш егет ике ҡат араһында, ут эсендә  эленеп ҡала. Түҙергә хәл ҡалмай. Өсөнсө ҡат бейеклегенән иҙәнгә ҡолай Филүс.6-сы янғын һүндереү бүлеге егеттәре хеҙмәттәшен йорттан сығарырға ярҙам итә. Шунда уҡ ашығыс ярҙам машинаһы уны ҡала дауаханаһына алып китә. Филүстең  башында бер уй  — иҫән ҡалһам ине, ҡыҙым, яҡындарым өсөн. Ошо көндәрҙә Филүс беренсегә ултырҙы һәм терәүҙәр ярҙамында яңынан атларға өйрәнә. Иң ҡурҡынысы хәҙер артта ҡалған. Янғынды һүндергән ваҡытта егет күп йәрәхәттәр  алған, тәндең 52 проценты бешкән. Табиптар янғын һүндереүсе  ғүмере өсөн тәүлек әйләнәһенә, ике аҙнанан артыҡ көрәшкән. Тирене күсереп ултыртыу буйынса 5 операция башҡарылған. Дауахананың тән бешеү бүлексәһендә Филүс ике ай самаһы.  Пандемия шарттарында дауаханаға яҡындарҙың инеп йөрөү мөмкинлеге юҡ.  Шулай ҙа, егет эргәһендә уның бер туған игеҙәк ҡустыһы Илдус. Ранимацияан сығарған көндән алып ул Филүстең янынан китмәй. Филюс менән Илдус икеһе лә янғын һүндереүселәр. Ағалы ҡустылы егеттәр, ғүмере буйы бергә. Балалар баҡсаһы,  мәктәп партаһы, әрме сафтары. Егеттәр бер үк һөнәр һайлай, ғаилә ҡора,  икеһе лә  бер урынға эшкә урынлаша.   Ағаһының үлемдән саҡ ҡалыуына һаман ышанып бөтә алмай егет.  Был турала тыныс ҡына һөйләй ҙә алмай. Филүсте өйөндә яҡындары, тормош иптәше һәм яратҡан ҡыҙы Арианна көтә. Алда Филүсте бер нисә айға һуҙылған реабилитация көтә. Эшкә сығыу тураһында уйлайһы ла түгел. Үлемдән ҡалған егет шундай хәүефле, яуаплы хеҙмәт һайлауына бер ҙә үкенмәй. Һаман тиҙерәк шәбәйеп, үҙ эшен дауам итергә хыяллана.  Шулай ҙа Филүстең иң ҙур теләге, тиҙерәк яҡындары эргәһенә ҡайтыу.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

10 часов 19 минут назад
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020