Күҙе томаланғандар

Быға тиклем ике иҫерек водитель ғәйебе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Иглин районында фажиғәле авариялар теркәлде. Радий Хәбиров юлдарҙағы хәлде ныҡлы күҙәтеүгә алырға, ата-әсәләрҙе уяу булырға саҡырҙы. Башҡортостан юлдарында көн һайын бихисап авария теркәлә. Уҙған аҙнала ғына 66 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 80-дән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. 315 водитель руль артына иҫерек килеш ултырған. Тап эскән водителдәр кеше ғүмерен ҡыя ла инде. Иглин районында 37 йәшлек иҫерек ир Рено Логан менән 15 йәшлек ике үҫмерҙе бәрҙерҙе. 9-сы класты тамамлаған балалар аттестат алып ҡайтып барған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла иҫерек водитель тротуарҙан барған ике үҫмерҙе тапата. 15 йәшлек ҡыҙ ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә. Тағы береһе ауыр йәрәхәттәр ала. Йәнә Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Инспекторҙар үҙен сәйер тотҡан Ваз машинаһы водителен туҡтатырға маташа. Әммә, ул ҡасыуҙы хуп күрә. Автомобиль хужаһы ҡасып ҡотола алмай, уны инспекторҙар ҡулға ала. Һуңынан ирҙең эскәне һәм шул көйө өс айлыҡ сабыйы менән рулдә йөрөүе билдәле була.Баш ҡалала ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт иснпекцияһы сит ил машинаһын ҡыуа төштө. Кабриолет ҡала эсендә сәғәтенә 160 километр тиҙлек менән ҡасты, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтә, башҡа машиналарҙы эләктерә. Иҫерек водителде электр бағанаһы ғына туҡтата.Баймаҡ районында Киа Спектра менән идара иткән Сибай кешеһе һәләк булды. 35 йәшлек ҡатын ҡаршы юлға сығып Уаз Патриот менән бәрелеште. Республикала көн һайын бихисап авариялар теркәлә. Уларҙа кешеләр ғүмерҙәре өҙөлә, йә йәрәхәттәр ала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров юлдарҙағы хәлде етди контролгә алырға ҡушты.Аварияларға күпселеген юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итеү һәм иҫерек килеш руль артына ултырыу сәбәпсе. Әгәр эскән водителдәр тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

3 часа 52 минуты назад
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

3 часа 53 минуты назад
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

3 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

3 часа 58 минут назад
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

3 часа 59 минут назад
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

3 часа 59 минут назад
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

4 часа 31 секунда назад
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика