Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр ағзаһы үҙ эше менән мәшғүл. Ғаилә башлығы Денис Куликов  эштә, төп мәшәҡәттәр хужабикәгә, Елена иңенә төшә. Елена менән Денис бер йыл элек балалар йортонан Саша һәм Тимур Прониндарҙы тәрбиәгә ала. Февраль  айында ғаилә тағы ла ҙурая. Дарина, Азамат, Булат һәм Азалия Вәлиәхмәтовтар өсөн дә был өй хәҙер  тыуған йорт. Иң мөһиме – бер кемһеҙ ҡалған бәләкәстәрҙең хәҙер, атай, әсәй тип, һыйыныр кешеләре бар. Денис менән Елена өлкән улдарына башлы-күҙле иткән. Ә  ҡыҙҙары, 20 йәшлек  Кристина әле уларҙың  төп ярҙамсыһы. Уны бигерәк тә бер йәшлек Азалия ярата. Денистың эштән ҡайтыуын  көтөп кенә йөрөгән балалар, шунда уҡ уны һырып ала. Үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән ир бәләкәстәрҙең киләсәге өсөн яуаплы тоя үҙен.Иң күңеллеһе урамға сығып уйнау.  Бәләкәс кенә аяҡ кейемдәре менән туп-тулы ҡумта тиҙ арала бушап ҡала. Баҡсала балалар өсөн төрлө йәшелсә, емеш-еләк бешә.Дарина менән Аня емештәр яратһа, ҡайһы берҙәре йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.Уйынсыҡ автопарк  та уларҙың яратҡан урыны. Кемгәлер велосипет, кемгәлер автомобиль. Ә был видеояҙмалар ғаилә архивынан. Ата менән әсә сабыйҙарын ҡайҙа ғына алып йөрөмәй. Улар бергәләшеп һыу ҙа инә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Приютҡа барып эттәрҙе лә ашатып ҡайта. Көндәре файҙалы һәм күңелле мәшәҡәттәр менән мөхәбәттә үткән бәпестәрҙең донъяһы теүәл, йоҡолары ла тыныс һәм  татлы.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

2 часа 18 минут назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

2 часа 23 минуты назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

2 часа 28 минут назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

8 часов 37 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

8 часов 38 минут назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

8 часов 38 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

8 часов 41 минута назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

8 часов 41 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

8 часов 42 минуты назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

8 часов 42 минуты назад