Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

  • Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы - 1597873935 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары хроник сирле кешеләргә, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән яфаланған, йөрәге сирлеләргә кире йоғонто яһай. Табиптар ҡан баҫымын көнөнә бер нисә тапҡыр үлсәп күҙәтергә, балаларға ла, ололарға ла иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө дүрткә тиклем көн эҫеһендә йөрөмәҫкә кәңәш итә. Был ваҡыт арауығын күләгәлә үткәреү хәйерле. Ҡәһүә яратҡандар был көндәрҙә һыуҙы күберәк эсһен. Татлы эсемлектәргә түгел, газһыҙ, ябай саф һыуға өҫтөнлөк биреү зарур. Кейем иркен, еңел, тәбиғи туҡымаларҙан булһа яҡшыраҡ. Балалар кейеменә айырым ихтибар, бала организмында йылы алмашыныу процесы яйға һалынмау сәбәпле бәләкәстәр эҫегә ололарға ҡарағанда тиҙерәк  бирешеүсән. Эргәлә иҫен юғалтҡан кеше булһа, уны тиҙ генә еләҫ урынға күсерергә, битен һыу менән йыуырға һәм ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк. Эҫе ҡағылғанын иһә ҡан баҫымының ҡапыл төшөүе, баш әйләнеүе, күңел болғаныуы, балаларҙа тән температураһының 39 градусҡа тиклем күтәрелеүе күрһәтә. Был осраҡта ла еләҫ урынға күсеү, бер аҙ тоҙ ҡушылған һыу эсеү хәлде еңеләйтә ала. Ҡояшта ҡыҙынғанда тән тиреһе янмаһын өсөн махсус крем йә мазь ҡулланыу яҡшы. Һалҡынға ҡарата тәнде сыныҡтырыу ысулдары бар икән, эҫегә әҙерләнеү сараһы юҡ. Был мәлдә тик сәләмәт тормош ҡағиҙәләре ярҙам итә ала. Еңел туҡланырға, майлы, боросло ризыҡтарҙы сикләп торорға, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға, йәшелсә, емеш ашарға, һуттар ҡулланырға, сәйҙе шәкәрһеҙ эсергә кәңәш ителә.  

Фото: https://www.forumdaily.com/pochti-40-millionov-amerikancev-okazalis-v-zo…

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

2 часа 54 минуты назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

3 часа назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

3 часа 4 минуты назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

9 часов 14 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

9 часов 14 минут назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

9 часов 15 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

9 часов 17 минут назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

9 часов 18 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

9 часов 19 минут назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

9 часов 19 минут назад