Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында 140 миллион һумға иҫәпләнгән яңыртып ҡороу проекты бойомға ашырыла. Ҡошсолар тауар етештереү күләмен икеләтә арттырып йылына 50 миллион йомортҡа һатырға ниәтләй. Предприятие етәксеһе льготалы кредит алыуҙа ҡыйынлыҡтар тураһында белдерә. Фабрикаға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен Инвестиция сәғәтендә ҡарарға хәл ителә.Сәйетбаба ауылындағы дауалау амбулаторияһы өс меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Уның ҡарамағында 8 фельдшер-акушер пункты эшләй. Табиптар белдереүенсә, хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тулыһынса яйға һалынған, тик биналар төҙөкләндереүгә мохтаж. Радий Хәбиров комплекслы яңыртыуҙы 2021 йылға планлаштырырға, бинаның ҡыйығын алмаштырырға, яңы тәҙрәләр ҡуйырға, фасад һәм эске биҙәү эштәрен башҡарырға йөкләмә бирҙе. Республика башлығы менән осрашыуҙа ауыл халҡы инженер селтәрҙәре һалыуҙы үтенде. Эш сәфәре барышындағы йәнә бер туҡталыш Красноусол ауылындағы балалар шифаханаһында булды. Ял һәм дауа йортонда терәк-хәрәкәт аппараты, ашҡаҙан-эсәк, тире сирҙәрен дауалауға баҫым яһала. Шифахана пандемия сәбәпле 6 апрелдән эшмәкәрлеген кисектереп торһа 1 июлдән йәнә балаларҙы ҡабул иткән. Ял итеүселәр Роспотребнадзорҙың бар талаптарын үтәп хеҙмәтләндерелә. Радий Хәбиров учреждениены үҫтереүгә хөкүмәт ярҙамы йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе.   Имәндәш ауылында Республика башлығы Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн һалынған күперҙе ҡараны. Йылға аръяғындағы Ташаҫты ауылы халҡы өсөн был берҙән-бер юл, автомобиль бәйләнеше бында юҡ. Күпер иһә емерек хәлдә. Радий Хәбиров йә яңы күпер һалыу, йә урау автомобиль юлын төҙөү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Хозур тәбиғәтле Еҙем буйындағы ҡая аҫтында “Башҡортостан йөрәге” атамалы мәҙәни үҙәк ойоштороу маҡсаты бар. Ошонда уҡ халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын асыу көтөлә. Киләсәктә яңы оҫтахана Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәрҙе ҡабул итеп Башҡортостанды сәйәхәтселәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм уңайлы төбәк булараҡ танытасаҡ. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика