Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял итеүселәр күп. Ҡояштан һаҡланыу өсөн улар киләһе  алымдарҙы мөһим тип һанай.Ҡала эсендәгеләр организмын туңдырма менән һыуытырға ашыға.Яңы асылған Бейеүсе торналар фонтаны бигерәк тә балаларҙың яратҡан урынына әйләнде.

Өйҙәге эҫенән ҡасып ҡала халҡы фонтан эргәләрендә күпләп йыйыла. Йәйге ялында тәжрибә тупларға, аҡса эшләргә теләүсе балаларға ҡарата ла ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.Хатта эҫе Грозный ҡалаһынан килгән Өфө ҡунағы ла күләгәлә ял итеүҙе өҫтөн һанай. Оло йәштәгеләргә ҡояш нурҙары тура төшмәгән урындарҙы һайлау хәүефһеҙерәк булыр. Йәшенә ҡарамай һәр кемгә һыу режимын үтәү мөһим, тип иҫкәртә табиптар. Көндәрҙең ни тиклем эҫе тороуына ҡарамаҫтан табиптар кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Үҙегеҙ менән һыу йөрөтөгөҙ, уны эсеүҙән тыш ҡолаҡ арттарын, аяҡтарҙы сайҡатырға кәрәк, был алым һеҙҙе ҡояш тейеүҙән һаҡлай. Йәйге селләне йорт хайуандары ла ауыр күтәрә. Был миҙгелдә улар ҙа һыу инергә ярата.Һыу инеү ҡыҫҡа йөнлө эттәргә генә килешә. Ә ҡояштан йонсоған ҡалын йөнлө эттәр кеше ярҙамына мохтаж. Тик уларҙың хәлен яҡшыртам тип, йөндәрен ҡырҡырға ярамай, тип иҫкәртә кинологтар.Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуына тик бесәнселәр һөйөнә. Ауыл хужалыҡтарында ла, шәхси сабынлыҡтарҙа ла эш ырай. Синоптиктар эҫе һауа торошоноң кәм тигәндә тағы ла бер аҙна һаҡланасағын белдерә. Ә иң юғары температура был йомаға тура киләсәк. Термометр баҫҡысы 38 градусҡа тиклем күтәрелеүе күҙаллана.Июнь айының һалҡын булыуына зарланған һәр кем эҫе көндәрҙең тәмен белеп ҡалырға тырыша, урамдарға, тәбиғәткә ашыға. Ә һаҡланыу сараларын һәр кем үтәйме?

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика