Шоколад кемгә файҙалы

  • Шоколад кемгә файҙалы - 823453397 | ГТРК «Башкортостан»

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ һикерештәр кисергән ҡатын-ҡыҙ өсөн дә шоколад отошло, тик уны ашауҙың тәүлек нормаһынан тайпылмау хәйерле. “Новости” мәғлүмәт агентлығы белешмә алған белгестәр фекеренсә, шоколад кеше организмына тик тәбиғи сеймалдан әҙерләнһә генә файҙа килтерә. “Стройная Россия” хәрәкәте рәйесе Ольга Ванатова белдереүенсә, составында пальма майы, таҙартылған шәкәр, еҫле тәмләткестәр кеүек башҡа химик матдәләр ҡушылғаны түбән сифатлы һәм организмға файҙа килтермәй. Тәбиғи шоколад какао ҡуҙаҡтары менән какао майынан эшләнә. Витамин һәм файҙалы матдәләрҙән торған тәбиғи ризыҡ иммунитетты нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, кәйефте күтәрә, энергия бирә, стресс гормоны – кортизол — кимәлен төшөрә, мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекер ҡеүәһен йәнләндерә, хатта ҡартайыу мәлен тотҡарлай.  Медицина фәндәре докторы, эндокринолог Залина Гусова шоколадтан бөтөнләй баш тартырға ярамай, тип кәңәш итә. Был ризыҡта шәкәр күп, бихисап ҡушымталар ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия ҡуҙғытыуы бар, шоколадты күп ашаһаң кофеин кимәленең күтәрелеүе ихтимал. Әммә аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгәндәр өсөн шоколадты мотлаҡ ризыҡ, тип баһаларға мөмкин.  Тормошо фаза арауыҡтарына бәйле гүзәл зат вәкилдәренә гормональ һикерештәрҙән арыныр өсөн шоколад шулай уҡ суперфайҙалы ризыҡ, ти Залина Гусова. Тик эндокринолог атап әйткән стрестан һаҡлаусы ризыҡтар исемлегендә кофе менән шоколад юҡ.  Күңел төшөнкөлөгөн аҙыҡ менән дауалағанда иң мөһиме – миҡдар иҫәбе. Бөгөнгө тикшеренеүҙәр шоколадтың кеше өсөн көндәлек хәүефһеҙ күләмен 25-30 грамм менән сикләй.  Был магазинда һатылған ғәҙәти плитканың өстән бер өлөшө.

Тулыраҡ https://ria.ru/20200710/1574145886.html?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop&utm_referrer=https%3A%2F%2Fyandex.ru%2Fnews   

Фото:   http://yandex.ru/clck/jsredir

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика