Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен ҡулланырға, именлек сараларын тейешенсә үтәү кәрәк. Мәктәп яны һәм ҡала яны лагерҙарын асыу ҙа кисектерелә. Республика башлығы Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әлегә лирик һүҙҙәр һөйләргә ныҡ иртә.

Бынан тыш, психоневрология дауаханаларында ла КОВИД 19  вирусын йоҡторған сирлеләр һаны арта. Республикала коронавирус менән бергә йәнә лә бер афәт йөрөй. Ул иҫерек водителдәр. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда ғына спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң, машинала йөрөгән 800 самаһы водитель тотолған.Ут сығыу осраҡтары кәмемәһә лә, янғындарҙа һәләк булғандар һаны аҙайған. Шуныһы бар, Башҡортостанда йәй миҙгелендә 40 кеше һыуға батып үлгән. Ҡорбандарҙың 35-е йылға-күлдәргә иҫерек килеш төшкән.  

Донъяла коронавирус ҡоторған мәлдә, Башҡортостанда был талаптарға яраҡлашыра бурыслы. Дауаханаларҙың айырым режимда эшләүен иҫәпкә алғанда, өлкән йәштәгеләрҙе клиникаларға һалыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында был мәсьәлә лә айырым иғибарҙа булды. Ғөмүмән, “Демография” милли проекты сиктәрендә, Башҡортостандың социаль өлкәһендә яңы үҙгәрештәр буласаҡ. Әлегә, тәүге һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Башҡортостанда ярты йылда тыуған балалар һаны 20  меңдән ашыу.

Һандар, әлбиттә, былтырғы менән сағыштырғанда кәмерәк. Мәҫәлән, ЭКО ярҙамында быйыл ғына 330 сабый донъяға килгән. Тик тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров ошо фекерҙә. Бөгөн тыуымдың кәмеүе туҡтатылыу шатлыҡлы күренеш. Донъяға килгән бәпестәр ғаиләлә беренсе бала түгел. Ә өсөнсө, дүртенсе сабыйҙар. Коронавирус һәм уға бәйле сикләүҙәр ҡайһы бер тармаҡ өсөн файҙалы буласаҡ.

Мәҫәлән, эске туризм өлкәһе. Башҡортостанда сәйәхәтселәр һаны өс тапҡырға артҡан. Утыҙ беренсе августҡа тиклем төбәктәге иң билдәле урындарҙағы бөтә ҡунаҡханаларҙағы бүлмәләр буш түгел. Августа Башҡортостанда социаль йүнәлешле форумдар ҙа үтәсәк. Республикала үткәрелгән саралар демография мәсьәләләренә арналасаҡ. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

3 часа 28 минут назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

3 часа 33 минуты назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

3 часа 38 минут назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

9 часов 48 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

9 часов 48 минут назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

9 часов 49 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

9 часов 51 минута назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

9 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

9 часов 53 минуты назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

9 часов 53 минуты назад