Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң һигеҙенсе клиник дауаханаһына эләгә. Улар әлегә икеһе ике палатала ята. Яҡын кешем менән күрешкәнем дә юҡ, тип һөйләй күҙ йәштәре аша ханым.Тәүҙә тән температураһы күтәрелде, һуңынан йүтәлләй башланым, хәл бөтөнләй юҡ ине, тип иҫләй ул.

Дауахана палатаһында ятыусы һәр бер пациент тап ошондай симптомдар менән эләккән. Үлем менән йәшәү араһында янған пациенттар табиптарға күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерә. Көн һайын система һәм укол. Короновирус менән ауырыусылар бындай процедураларға күнегеп бөткән, күрәһең. Ә бит табиптар был дауаланыу ысулдарын һауа ла үткәрмәгән кейемдә эшләргә мәжбүр.  Был махсус кейемдә беҙ әле яҡынса 15-20 минут тирәһе генә йөрөйбөҙ. Ошо арала ғына бөтә тән тирләп бөттө, хәл дә юҡ тиерлек. Ә бына табиптарҙың сәғәттәр буйы ошондай кейемдә йөрөүе, әлбиттә, аптырата. Өҫтәүенә, улар пациенттар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тейеш. Әле Өфөнөң һигеҙенсе клиник дауаханаһында 160-тан ашыу кеше ковид-19 сире менән ята. Бер көн эсендә генә дауаханаға егермеләгән кеше килә, ти табиптар.

Үпкәләре 80-90 процентҡа зарарланыусыларҙы кислородҡа тоташтырғандар. Яһалма елләтеү аппаратында, күбеһенсә, оло кешеләр. Уларҙың хәлен аҡ халатлылар гел тикшереп тора. Ә был бүлексәлә иһә, пациенттың эске ағзаһына операция яһайҙар. Ҡулда өс ҡат бирсәткә, күҙлек, битлек һәм әлбиттә шул уҡ кейем. Операцияны бындай ҡыйынлыҡтар менән тәжрибәле хирургтар ғына эшләй ала.Тән температураһы юғары булып, йүткереп йонсоған пациенттар республика клиник дауаханаһына үпкәһен тикшертергә килә. Пациенттар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел.

Пульмонологтар компьютер аша үпкәнең нисә процентҡа зарарланғанын тикшерә. Коронавирус раҫланмаған осраҡтар ҙа бар. Һәр бер пациенттан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре бүлмәне дезинфекциялап сыға.Аҡ халатлы белгестәргә короновирус йоҡтороусылар менән йыш бәйләнешкә инергә тура килә, шуға ла табиптар араһында ла ауырыусылар бихисап. 26 йәшлек анестизиолог Валерий Сахаров, мәҫәлән, короновирусты дауаханала йоҡторған. Үҙизоляция, система, компьютер томографияһы-быларҙың барыһын да үтергә тура килде, ти ул.

Бронхит, йөрәк, ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, бөйөр хроник сирҙәре менән яфаланыусылар короновирусты ауыр үткәрә, тип билдәләй табиптар. Тын алыуы ауырлашҡанда, температура күтәрелгәндә һәм йүткерә башлаған осраҡта бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итә улар.  Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда бөтәһе 5775-тән ашыу кешелә короновирус табылған. Шуларҙың 3520-һе дауаханан сығарылған.

Үҙебеҙҙең генә түгел, яҡындарыбыҙҙың да һаулығы беҙҙеү ҡулда. Шуға ла урам буйы, сауҙа үҙәктәрендә мотлаҡ битлектә йөрөргә һәм ҡулдарҙы дезинфекцияларға кәңәш итә табиптар.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

2 часа 54 минуты назад
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

2 часа 59 минут назад
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

3 часа 4 минуты назад
Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

9 часов 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

9 часов 14 минут назад
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

9 часов 14 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

9 часов 17 минут назад
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

9 часов 17 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

9 часов 18 минут назад
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

9 часов 19 минут назад