Туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә

Республикала көндәрҙең  саманан тыш эҫе булыуы сәбәпле, күптәр йылға буйҙарына ашыға. Тик бына Асылыкүл менән Ҡандракүл ярындағы туристар айырым һаҡланған биләмәләргә ҡурҡыныс менән янай. Биләмәләр сүп-сар аҫтында ҡала. Ә сәйәхәтселәрҙән йыйылған аҡсаның иһә тейешенсә ҡулланылмауы ихтимал.

Асылыкүл  Башҡортостан ғына түгел, ә Көнсығыш Европалағы иң ҙур күл. Тәбиғи парк быға тиклем дә популяр урын ине. Ә быйыл иһә ял итергә килеүселәр һаны бер-нисә тапҡыр артты. Тимәк, туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә. Тик көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыусылар ғына юҡ.

  Парк хеҙмәткәрҙәренең хәҙер 2 ай эш хаҡын алғаны юҡ.  Тоҡтар, бирсәткәләр, машинаға бензин өсөн аҡсаны ла үҙ кеҫәңдән сығарырға тура килә.  Иң ауыры – ял итеүселәрҙең таҙалыҡты белмәүендә. Проблемалар ике ай элек башланды, ти Асылыкүл паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова. Ауырлыҡтарҙы ул туранан-тура Башҡортостандың айырым һаҡланған биләмәләр дирекцияһын алыштырыуға бәйләй.

Иң ҡыйыны-сүп-сар өсөн контейнерҙар булмауы, штаттың ҡыҫҡартылыуы.  Ә бына туристарҙан йыйылған иғәнәләр суммаһы иһә ярайһы уҡ ҙур. Һәр кеше өсөн 150, ә машинаны ҡуйыр өсөн 90 һум. Тағылған барлыҡ ғәйептәр ҙә урынһыҙ, ти Башҡортостандың айырым һаҡланған бирәмәләр дирекцияһы етәкселеге.

Һәр һум ғына түгел, ә һәр тин иҫәптә. Әгәр ҙә эштәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, тәбиғи парктарҙың юҡҡа сығыуы бар. Мәсьәләне хәл итеүҙең төп юлы – парктар менән идара итеү системаһын ҡайтанан ҡарап сығыу. Ә әлегә Аслыкүл һәм Ҡандракүл парктары етәкселеге тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың талабы – йыйылған аҡсаны нисек тотонолоуын асыҡлау.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы

 Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына...

29 сентября 2020
Смотреть видео Өфөнөң Комсомол урамы халҡы  үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Аптырайһы түгел,  Галле  округы һәм Комсомол урамдары  киҫешкән урында күптән төҙөкләндереү эштәре бара. Тирә-яҡ  арҡырыһынан буйына ҡаҙылған, ә йәйәүлеләр өсөн йөрөр  урын ҡалдырылмаған. Урындағы халыҡ хәҙер машиналар, ремонт техникаһы менән  бер юлдан йөрөргә мәжбүр...

29 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау...

29 сентября 2020
Смотреть видео Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал

Коронавирус сәбәпле быйыл республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәтенә 11-се октябрҙе уҙғарыу планын бар яҡлап уйларға саҡырҙы. Коронавирус йәнә иғтибар үҙәгендә. Республикала вирус йоҡтороусыларҙың тәүлек...

29 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Вирустан тағы ла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Үткән аҙнала йома КОВИД-19 менән ауырыуҙың 36 осрағы теркәлһә, шәмбе ул 38-гә, йәшкәмбе 39-ға етте. Пандемия башланғандан алып яңы инфекция менән 8 мең 700 самаһы кеше ауырыған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 55 ауырыу стационарҙа...

29 сентября 2020
Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Яндекс.Метрика