Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 4 мең гектар майҙанда 109 янғын теркәлгән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, урманға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бирергә кәрәк. Радий Хәбиров урман хужалығы министрлығына мөмкин тиклем ярҙам итергә саҡырҙы. Был хаҡта ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Янғындар 22 июлгә һүндереләсәк, был вәғәҙәне Республика Хөкүмәтендә дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы биләмәһендә теркәлгән. Федераль кимәлдә яҡланған Көнъяҡ Урал һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулыҡтарының 2018 гектары янғындан зыян күргән. Бөрйән районы биләмәһендәге янғын сикләнгән, уттың артабан таралыуына юл юҡ. Әле урманда янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр ут менән көрәшә.  Янғын һүндереүҙә 2 мең тирәһе кеше, 605 берәмек техника эшләй. Төбәктә хөкөм һөргән аномаль эҫенең йәнә бер кире күренеше – һыу ятҡылыҡтарында батып үлгән кешеләр һанының артыуы. Үткән аҙнала 35 кеше һыу ҡорбаны булһа, шуларҙың икеһе – балалар. Фажиғәне иҫкәртеү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эске эштәр министрлығы һәм муниципалитеттар менән берлектә аңлатыу эштәре алып бара, профилактик рейдтар яһай. Республикала шулай уҡ  өҫтәмә рәүештә йәнә дүрт йыһазландырылған пляж асылған. Коронавирус инфекцияһына килгәндә был йоғошло сиргә  республика буйынса 100 мең кешенең 156-һы тарыған. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, бөгөнгә сирлеләрҙең дөйөм һаны 6348-гә еткән. Стационарҙа 226 кеше дауа ала. Пандемия башынан республикала 4634 кеше яуыз сирҙе еңеп сыҡҡан.   Иҡтисадта иһә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Үткән ярты йылда сәнәғәт етештереү индексы 98,9 процент. Июнь айында 100 проценттан ашыу үҫеш күҙәтелә. Радий Хәбиров фекеренсә республика хөкүмәте йыл аҙағына тиклем күрһәткестәрҙе йәнә артырыу өҫтөндә эшләргә тейеш.  Аграр тармаҡ күрһәткестәре лә 100 процент кимәленән юғары. Байтаҡ райондар өсөн йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан төбәктә киҫкен шарттарға яраҡлашыу әмәле күрелә. Вице-Премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ун йыл элек булған ваҡиғалар менән сағыштырғанда республика аграрийҙары быйыл отошлораҡ хәлдә, тип белдерҙе.Әлеге мәлдә республика баҫыуҙарында мал аҙағы әҙерләү эштәре әүҙем дауам итә. Хужалыҡтар ураҡҡа төштө. Ужым культураларынан ғына бер миллион тонна ашлыҡ алыу көтөлә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы

 Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына...

29 сентября 2020
Смотреть видео Өфөнөң Комсомол урамы халҡы  үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Аптырайһы түгел,  Галле  округы һәм Комсомол урамдары  киҫешкән урында күптән төҙөкләндереү эштәре бара. Тирә-яҡ  арҡырыһынан буйына ҡаҙылған, ә йәйәүлеләр өсөн йөрөр  урын ҡалдырылмаған. Урындағы халыҡ хәҙер машиналар, ремонт техникаһы менән  бер юлдан йөрөргә мәжбүр...

29 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау...

29 сентября 2020
Смотреть видео Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал

Коронавирус сәбәпле быйыл республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәтенә 11-се октябрҙе уҙғарыу планын бар яҡлап уйларға саҡырҙы. Коронавирус йәнә иғтибар үҙәгендә. Республикала вирус йоҡтороусыларҙың тәүлек...

29 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Вирустан тағы ла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Үткән аҙнала йома КОВИД-19 менән ауырыуҙың 36 осрағы теркәлһә, шәмбе ул 38-гә, йәшкәмбе 39-ға етте. Пандемия башланғандан алып яңы инфекция менән 8 мең 700 самаһы кеше ауырыған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 55 ауырыу стационарҙа...

29 сентября 2020
Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Яндекс.Метрика