Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар

Социаль контракт — граждан һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдары араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Социаль килешеү программаһы 2014 йылдан алып эшләп килә. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса  федераль пилот проектына инде. Проекттың төп маҡсаты– граждандарҙың килемләрен арттьрыуға булышлыҡ итеү. Уның өсөн федераль бюджеттан  430 миллионға яҡын аҡса бүленәсәк.  Һөнәрҙе күңелгә ятышлыһына үҙгәртеү бер  ҡасан да һуң түгел. Екатерина Әхиәрова быға асыҡ миҫал. Ике бала әсәһе  һөнәре буйынса иҡдисадсы, әммә тормошон балаларһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Шуға ла, бер нисә йыл элек иҫәп-хисап эшен ҡалдырып, балалар баҡсаһына эшкә урынлаша ҡатын.  Март айына тиклем үҙе йәшәгән Миловка ҡасабаһы балалар баҡсаһында эшләй, пандемия башланыу сәбәпле, эшен туҡтарырға мәжбүр була, бер айҙан бөтөнләй эшһеҙ ҡала. Башҡортостанда адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы 2014 йылдан уҡ бойомға ашырыла. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса  федераль пилот проектына инде. Ошо йәһәттән социаль килешеү программаһының йүнәлештәре лә  үҙгәрҙе. Хәҙер кешене эш менән тәъмин итеү,  өҫтәмә һөнәри белем алырға һәм шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итеү  — төп йүнәлештәр. Социаль килешеү нигеҙендәге адреслы ярҙамға аҙ тәъмин ителгән ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәгән граждандар дәғүә итә ала. Лилиә Ғәлиәкбәрова үҙ ғаиләһе менән шундайҙар иҫәбендә.  Йәш әсә Өфө кафеларының береһендә  ашнаҡсы булып эшләй. Пандемия арҡаһында байтаҡ ваҡыт өйҙә ултырырға тура килә.  Беренселәрҙән булып социаль килешеү программаһы мөмкинлектәре менән файҙалана алыуына шатлығын йәшермәй ҡатын.Әлегә республикала 30-ҙан ашыу кеше социаль контаркт ярҙамында эшкә урынлаша алған. Тимәк, эш хаҡынан тыш, уларҙың һәр береһе ай һайын  10434 һум өҫтәмә аҡса ала, тигән һүҙ, Республикала  2 меңгә яҡын кешене социаль контракт буйынса эшкә урынлаштырыу маҡсаты тора.  Социаль контаркт 3 айҙан бер йылға тиклем төҙөлә. Уның түләү ваҡыты кешенең мәтди хәленән сығып билдәләнә. Бөтә төр йүнәлештәр буйынса  социаль ярҙам менән  республикала йәшәүсе 5 меңдән ашыу кеше  файҙалана аласаҡ.  Бының өсөн бары тик тейешле документтар менән халыҡты социаль яҡлау бүлеге филиалдарында мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика