Ишлелә мал ишәйә

Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә  иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын үҫтереүҙең күләмле проекты 2018 йылдың декабрендә Башҡортостан хөкүмәтендәге инвестиция сәғәтендә раҫланғайны. Инвестиция күләме 4 миллиард 500 миллион һумдан ашыу. Үткән йылда 1 мең 200 мал башына иҫәпләнгән ферма файҙаланыуға тапшырылды. Проектты бойомға ашырырға республика етәкселеге ярҙам итә:  компаниялар төркөмө төбәк фондынан заем ала. Киләһе ике йылда Ишлелә 5000 баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ферма биналары, быҙау һарайҙары, һөт һауыу блоктары һәм башҡа ярҙамсы биналар төҙөү ҡаралған. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, комплекс тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә алдынғы урынға сығыу һәм республикала һауын һыйыр аҫрау буйынса заманса компетенция үҙәге барлыҡҡа килеү мөмкинлеге ала.Республика башлығы комплекс етәкселеге менән һөттө һатыу мөмкинлектәре, предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында фекер алышты. Холдингтың артабанғы үҫеш мәсьәләһен инвестиция сәғәттәренең береһендә йәнә бер тапҡыр ҡарарға тәҡдим итте.  Ауырғазы районында бойомға ашырылған тағы ла бер инвестиция  проекты – селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге. Ун ҡеүәте – сәғәтенә 20 тонна орлоҡ әҙерләү.  Компания етәксеһе Радик Рафиҡов белдереүенсә, бында орлоҡ әҙерләүҙең таҙартыу, һайлап алыу һәм ағыулауҙы берләштергән тулы циклы ҡаралған.  Эштәр автоматлаштырыласаҡ. Инвестиция күләме 240 миллион һум. 2020 йылдың февралендә үткән инвестиция сәғәтендә проектты өҫтөн бурыстар исемлегенә индерергә ҡарар ителгәйне. Республика башлығының эш сәфәре Ҡырмыҫҡалы районында дауам итте. Бында Радий Хәбиров “сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул Өфө юл машиналары предприятиеһының Ҡырмыҫҡалыла яңы асылған “Кировец-Өфө” дилер үҙәгендә ойошторолдо. Ауыл хужалығы техникаһын һатыуҙан тыш дилер үҙәге Кировец тракторҙарын гарантия буйынса хеҙмәтләндереү һәм уларға таҡма ҡоролмалар етештереүҙе яйға һаласаҡ. Радий Хәбиров менән Петербург трактор заводы директоры Сергей Серебряков үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. Республикала ауыл хужалығы техникаһы һәм йыһаздарын хеҙмәтләндереү предприятиеһын булдырыу тураһындағы тәҡдим шулай уҡ Хөкүмәттәге инвестиция сәғәтендә хәл ителгәйне. “Уфадормаш” предприятиеһы республика баҙарына йылына 30 берәмек техника сығара, дилер үҙәген файҙаланыуға тапшырыу иһә һатыуға ҡуйылған техника һанын арттырырға булышлыҡ итәсәк. 2024 йылға тиклем үҙәктең тағы бер етештереү бинаһын төҙөү көтөлә. Һөҙөмтәлә, районда 70 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика